Башҡорт милли хəрəкəте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
161 юл:
Үҙәк властарының һәм «элекке» республика власының ҡапма-ҡаршылығы урындарҙа байтаҡ совет һәм хатта партия хеҙмәткәрҙәренең ризаһыҙлығына һәм автономияның яңы власы вәкилдәренә буйһонмаҫҡа маташыуға килтерә. Мәҫәлән, Туҡ-Соран кантисполкомы рәйесе [[Буранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улы|М. А. Буранғолов]] 1920 йылдың 26 июнендә яңы һайланған Башревкомына буйһоноуҙан баш тарта һәм элекке хөкүмәт меннә бәйләнештәрен дауам итә, башҡа бер кантон исполкомы рәйесе Усҡаны Усаров яңы ревкомды ''«башҡорт халҡының дошманы»'' тип атай һәм властарға ҡаршы тороу өсөн ҡораллы отряд ойоштора башлай. Тиҙҙән улар барыһы ла контрреволюционерҙар тип иғлан ителәләр һәм репрессияланалар.
 
ВЦИК-тың һәм РСФСР-ҙың 1920 йылдың 19 майындағы Халыҡ комиссарҙары Советының «Автономиялы Совет Башҡорт республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» исемле декреты башҡорттар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм үҙәк власҡа ҡаршы партизан һуғышының төп сәбәбсеһе була<ref>{{ЭБЭ2013|index.php/prosmotr/2-statya/12838-krestyanskoe-povstancheskoe-dvizhenie-1918-21|Крестьянское-повстанческое движение в 1918—21|автор=[[Дәүләтшин Рафаэль Әхмәтгәрәй улы|Давлетшин Р. А.]]}}</ref>. Автономия территорияһында башҡорт ҡораллы баш күтәреүселәр отрядтары ойоштороу башлана — бындай ваҡиғалар Өфө, Пермь һәм башҡа губерналарҙа элегенрә тә, 1918 йылда ла, күҙәтелә. Ваҡыт айырмалыҡтары күрше губерналарҙан айырмалы рәүештә үҙенә башҡа сәйәсәт алып барған Башревкомдың элекке составының эшмәкәрлеге менән бәйле. Атап әйткәндә, республикала продразвёрстка үҙләштерелмәй, әммә Башревкомдың яңы составы уны бик киң ҡуллана башлай һәм былар бөтәһе лә күп һанлы ҡораллы бәрелештәргә алып килә. Әлеге конфликттар «элекке» ревком яҡлаусыларын эҙәрлекләү менән тура килә. Һөҙөмтәлә, 1920 йылдың йәйендә, [[Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы|күп һандағы ихтилалдарға]], уларҙың үҙәктәре АБСР-ҙың көньяҡ-көнсығыш ([[Бөрйән-Түңгәүер кантоны|Бөрйән-Түңгәүер]], [[Тамьян-Ҡатай кантоны|Тамьян-Ҡатай]], [[Үҫәргән кантоны|Үҫәргән]]) кантондарында, ә сентябрҙә, яңы ихтилал нөктәләре барлыҡҡа килеүе менән, хәрби положение тағы ла биш кантонда индерелә. Ихтилалдарҙы баҫтырыу өсөн Поленов етәкселегендәге [[Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы|БашЧК]] отрядтары ебәрелә. Баймаҡҡа килеп еткәс, Поленов хәрби диктатура булдыра, урындағы хәкимиәт органдарын тарҡата һәм ''«башҡорттарҙың хәрәкәтенә ҡаршы аяуһыҙ көрәш»'' иғлан итә<ref>Лозунгом карательных отрядов было «Смерть башкирам!»</ref>. ЧК отрядтары тарафынан судһыҙ һәм тикшереүһеҙ Бөрйән-Түңгәүер кантисполкомының 10 ағзаһы атып үлтерелә, ябай башҡорт халҡын үлтереү һәм язалау менән оҙатылған «киң ҡурҡытыу» сәйәсәте үткәрелә.
 
1920 йылдың 10 сентябрендә Тамьян-Ҡатай кантисполкомы ултырышында яңыраҡ Польша фронтынан ҡайтҡан комбриг [[Мортазин Муса Лот улы|М. Л. Мортазин]] ҡатнаша. Ул кантондан ситкә бөтә урыҫ каратель отрядтарын сығарырға, баш күтәргән башҡорттарҙы азат итергә, яуаплы вазифаларға башҡорттарҙы тәғәйенләргә һәм махсус тикшереү комиссияһын булдырырға тәҡдим итә<ref>[http://urgaza.ru/kms_catalog+stat+cat_id-3+nums-111.html Повстанческое движение башкир во второй половине 1920 — начале 1921 гг. на юго-востоке Башкортостана] {{webarchive|url=https://web.archive.org/web/20130921235512/http://urgaza.ru/kms_catalog+stat+cat_id-3+nums-111.html |date=2013-09-21 }}</ref>.