Фарзетдинов Миркашир Миңлеғәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Учёный | Имя = Фарзтдинов, Миркашир Минигалиевич | Оригинал имени..." исемле яңы бит булдырылған
 
.
21 юл:
| Сайт =
}}
'''Фарзетдинов Миркашир Миңлеғәли улы''' (5.9.1921, Өфө губурнаһы Бөрө өйәҙе Яңы Нуғай ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы) — 28.9.1991, Өфө) — физик‑теоретик, физика‑математика фәндәре докторы (1973), профессор (1973), БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979).
 
== Биграфияһы ==
Фарзетдинов Миркашир Миңлеғәли улы 1921 йылдың 5 сентябрендә Өфө губурнаһы Бөрө өйәҙе Яңы Нуғай ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы) крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән.
1939 — 1948 йылдарҙа Краснокама районының Яңы Нуғай һәм Яңы Ҡабан ауылы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй.
 
1951 йылда Пермь дәүләт университетының физики-математика факультетын уңышлы тамамлай. Университетта аспирантурала ҡалып физика-математика фәндәре кандидаты ғилми исеменә диссертация яҡлай.
 
1954 йылдан [[Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы|Стәрлетамаҡ педагогия институтында]] (хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы) физика кафедраһы мөдире булып эшләй башлай.
 
1966 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй. 1968 йылдан — эксперименталь һәм теоретик физика кафедра, 1973 йылдан — теоретик физика кафедраһы мөдире булып эшләй, бер үк ваҡытта 1990 йылға тиклем [[Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге|СССР Фәндәр Академияһының Урал бүлексәһе Башҡортостан фәнни үҙегенең]] (хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге) физика бүлеге лабораторияһы мөдире вазифаһында эшләй.
 
Фарзетдинов Миркашир Миңлеғәли улы ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем эшләй, 1991 йылдың 28 сентәбрендә 71 йәшендә вафат була, Өфө ҡалаһында ерләнгән<ref name="БИ">{{cite web |url=http://www.bashinform.ru/news/891094-vidnye-deyateli-nauki-bashkortostana-mirkashir-farztdinov-k-95-letiyu-so-dnya-rozhdeniya-uchenogo-fi/ |title=Видные деятели науки Башкортостана: Миркашир Фарзтдинов (К 95-летию со дня рождения ученого-физика)|author = |date = 05.09.2016 |website= Башинформ|accessdate=}}</ref>.
.
 
== Фәнни эшмәкәрлеге==
 
Фарзетдинов Миркашир Миңлеғәли улының фәнни эшмәкәрлеге магнетизм теорияһын үҫтереүгә арналған. Уның ҡатнашлығында, Е.А.Туров менәнн берлектә, антиферромагнетиктарҙағы периодик домен структураһының микроскопик теорияһы, ферромагнетиктарҙағы спин тулҡындарының квант теорияһы төҙөлгән. 130‑ға яҡын фәнни хеҙмәте Өфөлә, Мәскәүҙә һәм сит илдәрҙә нәшер ителгән<ref name="БИ" />.
== Һылтанмалар ==
* {{БЭ2013|index.php/14359}}
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}