Яңы Гвинея: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Новая Гвинея" битен тәржемә итеп төҙөлгән
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
{{Утрау|Название=Новая Гвинея|Национальное название=id/Pulau Irian/en/New Guinea/tpi/Niugini|Карта=LocationNewGuinea.svg|Страны=Индонезия/Папуа — Новая Гвинея|Регион=Западное Папуа/Папуа (провинция Индонезии)/Момасе/Папуа (регион)/Хайлендс|Акватория=Тихий океан|Координаты=5/19/S/141/36/E|CoordScale=8000000|Позиционная карта=Океания|Площадь=786000|Наивысшая точка=4884|Население=9500000|Год переписи=2010|Изображение=New guinea blank.svg|Подпись изображения=Политическое деление Новой Гвинеи|Категория на Викискладе=}}
'''Яңы Гвинея''' (индон.  <span lang="id" dir="auto">Pulau Irian</span><span>, </span>[[Английский язык|ингл.]] &nbsp;<span lang="en" dir="auto">New Guinea</span><span>, </span>[[ток-писин]]&nbsp; <span lang="tpi" dir="auto">Niugini</span>)   [[Тымыҡ океан|Тымыҡ океандың]] көнбайышындағы утрау. Ер йөҙөндә Гренландиянан ҡала ҙурлығы буйынса икенсе урынды биләй. Утрауҙың майҙаны  — 786 мең км2<ref>{{Cite web|url=http://islands.unep.ch/Tiarea.htm|title=ISLAND DIRECTORY TABLES|author=|date=18.02.1998|publisher=EARTHWATCH}}</ref>. Утрауҙы
 
[[Австралия (ҡитға)|Австралиянан]] [[Торрес боғаҙы|Торесс боғаҙы]] айырып тора. Көньяҡтан Яңы Гвинея ярҙарын [[Арафур диңгеҙе|Арафур]] һәм [[Мәрйен диңгеҙе|Мәрйен]] диңгеҙҙәре йыуа. Климат экваториаль һәм субэкваториаль. Дымлы тропик урмандары үҫә. Утрауҙың көнбайыш өлөшө [[Индонезия]] биләмәләренә инә. Ә көнсығышын [[Папуа — Яңы Гвинея|Папуа  — Яңы Гвинея дәүләте биләй]]<ref name="БСЭ">{{БСЭ3|Новая Гвинея}}</ref>.
 
== Географияһы ==
Яңы Гвинея утрауы [[Тымыҡ океан|Тымыҡ океандың]] көнбайышында, [[Австралия]]<nowiki/>нан төньяҡта урынлашҡан(араларын [[Торрес боғаҙы]] айырып тора). Һәм уны [[Азия|Азияға]] бәйләүсе звено булып тора .
 
Физик география күҙлегенән ҡарағанда ул [[Океания]] төркөмөнә ҡарарға тейеш.. Сәйәси яҡтан утрау [[Индонезия]] һәм [[Папуа — Яңы Гвинея]] араһында бүленгән. Шуға күрә, көнбайыш өлөшөндәге Индонезия иҡтисади һәм сәйәси ҡараштан сыҡҡанда Азияға ҡарай. Утрауҙың оҙонлоғо  — 2000 км-ҙан, киңлеге  — 700 километрҙан ашыуыраҡ.
 
Утрауҙың көнбайыш өлөшөндә Маоко тау массивы ҡалҡып тора. Уның иң юғары нөктәһе  — Пунчак-Джая тау түбәһе(суҡы) диңгеҙ кимәленән 4884 метрға етә. Был донъя утрауҙарында осраған тауҙарҙың иң бейеге. Ә көнсығышында Бисмарк тауы урынлашҡан. Уның иң юғары нөктәһе  — Вильгельм тауы  — 4509  м. Утрауҙың иң оҙон [[Йылға|йылғаһы]] —Сепик.
 
== Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы ==
Яңы Гвинея  — тропик утрау. Шуға ла, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы төрҙәргә бик бай. Унда үҫемлектәрҙең 11 мең төрө, ҡоштарҙың 600 уникаль төрө, 400-ҙән ашыу төр ер-һыу [[Ер-һыу хайуандары|хайуан]]<nowiki/>дары, 455 төр [[Тәңкә ҡанатлылар|күбәләк]] һәм йөҙгә яҡын төр [[һөтимәрҙәр]] асыҡланған.
 
Яңы Гвинея утрауының яры буйлап киң (урыны менән 35 км-ға тиклем) һыҙат мангр ҡыуаҡлыҡтары һуҙылған. Был үтеп сыҡҡыһыҙ һаҙлыҡлы урын. Уны йылға аша йөҙөп кенә арҡыры сығып була. Йылға буйлап ҡырағай шәкәр ҡамышынан торған әрәмәләр китә, ә һаҙлыҡлы урындарҙа  — саго пальмаһы урмандары үҫә.
[[Файл:ПтицыНовойГвинеи.jpg|слева|мини|Иллюстрациялар «Яңы Гвинея ҡоштары», 1938 йылда сығарылған зооатлас]]
Йөҙләгән төр ағастарҙан торған ҡуйы дымлы тропик урман тау битләүҙәре буйлап өҫкә күтәрелә. Тик хәҙер унда плантациялар һәм үҫемлек баҡсалары ла урынлашҡан. Улар урмандар сиратлашып килә.Уларҙа кокос пальмаһы, [[банан]], шәкәр ҡамышы, ҡауын ағасы тамыраҙыҡтарҙан  — таро, ямс, батат, маниока һәм башҡа культуралы үҫемлектәр үҫтерәләр. Ер участкаларын 2-3 йыл ғына эшкәртәләр.10-12 йылға урмандан баҫтыралар Шулай юл менән ерҙен үңдырышлылығы кире ҡайтаралар.
 
1000-2000 1000—2000 м бейеклектән урмандарының составы бер төрлөрәк була бара. Уларҙа ылыҫлы тоҡомдар, бигерәк тә , араукария өҫтөнлөк итә. Был ағастар хужалыҡ әһәмиәтенә эйә: уларҙың үҙағасы —ҡиммәтле төҙөлөш материалы. Әммә һәйбәт юлдар булмау сәбәпле урмандан бысылған ағастарҙы ташыу бик уңайлы түгел.
 
Яңы Гвинея тауҙарының бейек урындары болондар һәм ҡыуаҡлыҡ менән ҡапланған. Климат ҡорораҡ булған тау араларындағы үлән үҫемлектәр таралған. Улар башлыса урман янғыны булып үткән урындарҙа барлыҡҡа килгән.
 
Хайуандар донъяһы һөйрәлеүселәр, бөжәктәр һәм, бигерәк тә, ҡоштарға бай.
 
Һөтимәрҙәр фаунаһынан күрше [[Австралия|Австралиялағы]] , муҡсалылар вәкилдәре генә тереклек итә:бандикут (муҡсалы бурһыҡ), валлаби (ағаста йәшәусе кенгуру), кускус һәм башҡалар.
 
Урмандарында һәм яр буйҙарында йыландар һәм (шул иҫәптән ағыулылары ла) кәҫәрткеләр күп. Диңгеҙ ярҙарында һәм ҙур йылғаларҙа крокодилдар, кәҫәрткеләр һәм ташбаҡалар осрай. Ҡоштарҙан казуар, ожмах ҡоштары, тажлы күгәрсендәр, тутыйғоштар, сүп тауыҡтары(куры сорные, лат. Talegalla ) тереклек итә. Европалылар утрауға [[Тауыҡ|йорт тауыҡтарын]], [[эт]] һәм [[Йорт сусҡаһы|сусҡа]] алып килгәндәр. Утрауҙа ҡырағайланған сусҡалар, шулай уҡ ҡомаҡ, ҡыр сысҡандары һәм башҡа ҡайһы бер хайуандар киң таралған.
 
=== «Эдем баҡсаһы» ===
2005 йылда Америка тикшеренеүселәр төркөмө Яңы Гвинея тауҙарының тропик урмандарында кеше эшмәкәрлеге теймәгән урынға барып сыҡҡан һәм уға «Эдем баҡсаһы» тип атама биргән..
 
Яҡынса 300 мең гектар майҙанды алып торған был район Яңы Гвинеяның көнбайышында, Фоджа тауҙары битләүендә урынлашҡан.
 
Ғалимдар «"Эдем баҡсаһы»"нда бығаса билдәһеҙ 20-нән ашыу төр тәлмәрйен, дүрт яңы төр [[Тәңкә ҡанатлылар|күбәләк]], биш яңы төр пальма һәм башҡа бик күп үҫемлектәр табалар. Шулай уҡ, бик һирәк төрҙәрҙән бер нисә [[Муҡсалылар|муҡсалы]]<nowiki/>ларҙы  — ағаста йәшәусе кенгуру, элек үлеп бөткән тип иҫәпләнгән алтыҡаурыйлы «ожмах ҡошо» Берлепша ([[:ru:Паротия_БерлепшаПаротия Берлепша|шестипёрая «райская птица» Берлепша]]) табыла.
 
Тауҙарҙағы йәнлектәр береһе лә кешенән ҡурҡмай. Хатта оҙон суҡышлы проехидна ғалимдарға үҙен ҡулға алып ҡарарға мөмкинлек бирә.
 
== Тарихы ==
Бик борон Австралия менән Яңы Гвинея тоташ булған. Диңгеҙ кимәле күтәрелеү һөҙөмтәһендә айырымланғандар. Ошо сәбәптән Австралияла йәшәүсе күп һанлы [[Муҡсалылар|муҡсалар]] Яңы Гвинеяла ла тереклек итәләр. К[[Кеше|ешеләрҙең Азиянан күсеп ултырыуы кәм тигәндә]] беҙҙең эраға тиклем 45 йыл мең элек булған. Күсеп килеүселәрҙән аҙаҡ меңдән ашыу папуас-меланезий ҡәбиләләре барлыҡҡа килгән. Ҡулға эйәләштерерлек эре хайуандарҙың булмауы утрауҙа [[игенселек]]<nowiki/>тең үҫешенә кәртә булып торған һәм малсылыҡ бөтөнләй булмаған. Шуға ла, был Яңы Гвинеяла тәүтормош-община ҡоролошоноң бөгөнгәсә һаҡланыуына булышлыҡ иткән. Ҡәбиләләрҙең күплеге һәм телдәрҙең күп төрлөлөгө таулы ландшафтҡа һәм транспорт сараларының үҫешмәүенә бәйле. Бер-береһенән айырымланған төркөмдәргә үҙ-ара аралашыу, мәҙәниәт менән алмашыу мөмкинлеге сикләнгән.
 
Яңы Гвинея биләмәһендә боронғо ултыраҡ игенселек торағы Кука урынлашҡан. Бында 7-10 мең йыллыҡтар дауамында ауыл хужалығын алып барылған. Ул [[:ru:Список_объектов_всемирного_наследия_ЮНЕСКО_в_ОкеанииСписок объектов всемирного наследия ЮНЕСКО в Океании|ЮНЕСКО]]-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән
 
=== Утрауҙың европалылар тарафынан асылыуы ===
Европалылар Яңы Гвинеяны асырҙан бик күп алда боронғо Индонезия дәүләттәре унда ҡолдар аулап, экзотик ҡоштарға һунар иткәндәр. VIII быуатта [[Суматра]] утрауындағы Шривиджая империяһы хакимдары Ҡытайҙың Тан династияһы императорҙарҙарына Яңы Гвинеянан тотоп алынған ҡолдарҙы һәм бик күп төр тутыйғоштарҙы бүләк итә торған булған. Явалағы бик ҙур ҡорам [[Боробудур]] (беренсе зат. IX быуат) барельефында «оран папуа»  — бөҙрә сәсле кешеләрҙең. һүрәтен күрергә мөмкин
 
Европалыларҙан беренсе булып Яңы Гвинеяны асыусылар булып [[XVI быуат]] башындағы [[Испания|испан]] һәм [[Португалия|португал]] диңгеҙселәре тора. 1526 йылда утрауҙың төньяҡ-көнбайыш яры буйына португал дон ди <a href="https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9C%D0%B5%D0%BD%D0%B5%D0%B7%D0%B8%D1%88,_%D0%96%D0%BE%D1%80%D0%B6%D0%B8_%D0%B4%D0%B8" rel="mw:ExtLink" data-linkid="268" class="cx-link" title="Менезиш, Жоржи ди">Жоржи ди Менезиш</a>, килеп төшә. Риүәйәттәр буйынса, ул яңы асҡан ерҙәренә м[[Малай теле|алай]] телендәге «бөҙрә» тигән һүҙҙән ''Ilhas dos Papuas''  — «Папуа утрауы» тигән атама бирә. Күрәһең, меланезия аборигендарының ҡаты бөҙрә сәстәрен күҙ уңында тотҡан
 
Һуңғараҡ, 1545 йылда испанлы Иньиго Ортис де Ретес Молукка утрауҙарынан Мексикаға китеп барғанында утрау янынан үтә һәм уға «Яңы Гвинея», тигән атама бирә. Сөнки утрауҙың яр буйҙарын [[Африка]]<nowiki/>лағы [[Гвинея]] ярҙарына оҡшата. Бәлки, Африка [[Гвинея|Гвинеяһы менән]] [[Австралия]] эргәһендәге утрау глобустың ҡапма-ҡаршы нөктәләрендә урынлашҡан булыуы уның иғтибарын йәлеп иткәндер ҙә, утрауға ошондай исем бирергә ниәт иттергәндер.
 
Молукка утрауҙарындағы португал губернаторы Жоржи ди Менезиш Яңы Гвинеяны «Ильяш душ Папуаш» (папуастар утрауы) тип атай.
 
Nueva Guinea атамаһын фламанд картографы Меркаторҙың (1595) донъя картаһында табырға мөмкин. 1606 йылда испанлы Луис Ваэс де Торрес
 
Кальяонан ([[Перу]]) диңгеҙ сәйәхәтенә сыға.
 
Таулы ҙур утрауҙың көньяғынаныраҡ үткәнендә тәмләткестәр иленә алып барыусы яңы сауҙа юлын  — Торрес боғаҙын таба. Тиҙҙән испан сауҙагәрҙәре Яңы Гвинеянан [[алтын]], [[көмөш]], кокос, каучук ағасы һәм башҡа затлы ағас тоҡомдарын сығара башлай.
 
Яңы Гвинея халыҡтарын тикшеренеүҙә, өйрәнеүҙә ҙур өлөш индереүсе булып урыҫ сәйәхәтсеһе һәм ғалимы . Н.  Н.  Миклухо-Маклай тора. Ул утрауҙа XIX быуаттың 70—80-се йылдарында эшләй.
 
=== Колониализм дәүере ===
[[1828 йыл|1828]] йылда да тәүгеләрҙән булып [[Европа]] державаһы [[Нидерланд]]<nowiki/>тар көнбайышындағы ярымутрау Вогелькопты ала.
 
1870 йылда утрау биләмәләрен рәсәй ғалимдары өйрәнә.
 
1875 йылда ғалим Н.  Н.  Миклухо-Маклая Рәсәй империяһы хөкүмәтенә үтенес менән мөрәжәғәт итә.Ул утрауҙың бер өлөшөндә Рәсәй протектораты урынлаштырырға тәҡдим итә. Әммә [[Александр II]] уның тәҡдимен кире ҡаға. Аҙаҡ утрауҙың ул өлөшөнә ғалим хөрмәтенән Миклухо-Маклай яры тип атама бирәләр,
 
1880 йылда утрауҙың ҡалған өлөшөн Нидерландтар, [[Бөйөк Британия]] һәм Германия империяһы үҙ-ара бүлешә. Нидерландтар яғында Яңы Гвинеяның көнбайыш яртыһы һаҡланып ҡала. Британдар көньяҡ-көнсығыш өлөшөн ала. Немецтәр үҙҙәренә эләккән төньяҡ-көнсығыш өлөшөнә Кайзер Вильгельм ере тип атама бирәләр.
 
1885 һәм 1895 йылдарҙа көнсығыш өлөшө хужалары [[Бөйөк Британия]] һәм Германия , Нидерландтарҙың утрауҙың көнбайыш өлөшөнә булған власын таныйҙар. Голландияның Яңы Гвинеяһы һәм көнсығыш яҡ араһында сик көнсығыш оҙонлоҡтың 141 градусынан үтә.
 
[[1906 йыл|1906 йылда]] да Британия өлөшө Австралияға бирелә. Ә Германия яғында булғаны [[Беренсе донъя һуғышы|Беренсе донъя һуғышынан һуң]] Милләттәр лигаһының австралия мандаты булып китә.
 
=== Икенсе донъя һуғышы ===
[[Икенсе донъя һуғышы|Икенсе донъя һуғышы ваҡытында]] утрауҙы[[Япония]]. оккупациялай. Япондарҙың йыртҡыслығынан биҙгән папуастар бөтә кәрәк-яраҡты һәм һәм яралаларҙы ташышып, союздаш көстәргә бар көстәренән ярҙам итәләр. Һуғыштан һуң, [[1949 йыл|1949]] йылдада бойондороҡһоҙлоҡ алған [[Индонезия]] Яңы Гвинеяның көнбайыш өлөшөнә дәғүә белдереп ҡарай.Әммә ул Нидерланд хакимиәте аҫтында ҡала.
 
=== Бойондороҡһоҙлоҡ ===
[[1957 йыл|1957]] йылдандан Австралия һәм Нидерланды 1970 йылдарға ҡарай Яңы Гвинеяға бойондороҡһоҙлоҡ биреү буйынса план ҡора башлай.
 
[[1961 йыл|1961 йылда]]да утрауҙың көнбайыш өлөшөндә һайлау ойошторола һәм парламент булдырыла. Бындай сәйәси ҡарарға риза булмайынса, Индонезия үҙенең ғәскәрҙәрен индерә һәм көнбайыш яҡты үҙенә ҡушыуы тураһында иғлан итә. Бынан һуң папуастарҙы күпләп депортациялау башлана. Улар урынына [[Ява]]<nowiki/>нан күскенселәр килә башлай. Фараздар буйынса, бөгөнгө көнгә тиклем барған «этник таҙартыу» һөҙөмтәһендә Яңы Гвинеяның көнбайышында яҡынса 300 мең папуас һәләк була. [[1975 йыл|1975]] йылдада Австралия Яңы Гвинеяның көнсығыш өлөшөнә бойондороҡһоҙлоғон ҡайтара. Яңы дәүләт [[Папуа — Яңы Гвинея|Папуа-Яңы Гвинея]] тип атала.
 
== Шулай уҡ ==
 
* Новогвинейская поющая собака
* Мангры Новой Гвинеи
89 юл:
 
== Әҙәбиәт ==
 
* {{Китап|автор=[[Игнатьев, Григорий Михайлович|Игнатьев Г. М.]]|часть=|ссылка часть=|заглавие=Тропические острова Тихого океана|ссылка=|ответственный=Рецензенты: д-р геогр. наук [[Власова, Татьяна Владимировна|Т. В. Власова]], канд. геогр. наук Г. Н. Григорьев|издание=|место=М|издательство=[[Мысль (издательство, Москва)|Мысль]]|год=1979|страницы=144—168|страниц=272, [16]|тираж=56000|ref=}} (в пер.)
* ''Кики Альберт Маори.'' Десять тысяч лет в одну жизнь / Пер. с англ. Л. И. Володарской. Под ред. И. М. Меликсетова — М: Наука, 1981. — 160 с.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Яңы_Гвинея» битенән алынған