Аюрведа: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
68 юл:
Доштар (организмдағы төрлө типтағы энегрия) балансы боҙолғанда биш төрлө процедура, йәки таҙартыу ысулы ҡулланалар. Улар тураһында боронғо һинд медицинаһы яҙмаларында яҙылған , улар ҡайһы бер сирҙәргә ҡаршы һәм организмды даими сезонлы таҙартыу өсөн ҡулланыла. Был биш процедура [[панчакарма]] («панча-карма» — «пять действий») тип атала. Панчакарма курсы ғәҙәттә ҡыҫҡа сроклы диета менән ашау, [[массаж]], [[дарыу үләндәре]]н ҡулланыуҙан тора. Эсте йомшартыу, ванналар, тирләткес процедуралар, дауалаусы матдәләр һалынған клизмалар, танау ҡыуышлығын таҙартыу,ҡан алдырыу кеүек процедуралар ҙа ҡулланыла.
Традицион һинд медицинаһында массаж да ҙур урын алып тора. Ул сирленең хәлен яҡшырта, йәки кешене йәшәртеү көсөнә эйә тип иҫәпләнә.Бигерәк тә төрлө хуш еҫле майҙар менән эшләнгән массаж - [[абхйанга]] киң ҡулланыла.
==== Аюрведаның башҡа илдәр медицина үҫешенә йоғонтоһо====
[[Файл:SongstanGampo.jpg|thumb|Тибетский правитель Сонгцен Гампо]]
Донъялағы иң боронғо медицина системаларының береһе булған Аюрведа ғәрәп һәм Европа медицинаһы үҫешенә көслө йоғонто яһай. Боронғо заманда уҡ диңгеҙ һәм ҡоро юл аша сауҙагәрҙәр [[Парфия|Парфия]], Урта диңгеҙ , Каспий, Ҡара диңгеҙ буйындағы илдәргә , Көнъяҡ Себергә, Ҡытайға Һиндостан үҫемлектәрен алып килә. Башлыса улар нард, мускус, сандал, корица, алоэ һәм башҡа үҫемлектәр һәм хуш еҫле нәмәләр һата <ref name="bibliotekar.ru"/>. н Беҙҙең эраға тиклем IV быуатта яҙылған «Аштанга Хридая самхита» [[Чжуд Ши]] Тибет медицинаһы трактаты яҙыла . Тибет өлкәһенә аюрведа б.э.VII быуаттан үтеп инә башлай , был осорҙа Тибет башлығы [[Сонгцен Гампо|Сонгцен Гампо]]ның шәхси табибы булып Бхарадваджа мәктәбе вәкиле хеҙмәт итә<ref name="Olma Media Group 2002"/>
Аббасидтар хәлифәте сәскә атҡан осорҙа Бағдадта Һиндостандан бик күп табибтар эшләй, уларҙың ҡайһы берҙәре хәлиф һарайында бик ҙур хөрмәт ҡаҙана.
Математика, медицина, шулай уҡ фармакология һәм аюверда буйынса текстар ( улар араһында Сушрута Самхита) Бағдадта беҙҙең эраның беренсе мең йыллығы аҙағында ғәрәп теленә тәржемә ителә<ref name="europenews.dk"/>.
Фарсы фәйләсүфе һәм табибы Әбүғәлисина ( [[Ибн-Сина]] ) ғәрәпсәгә тәржемә ителгән һинд трактатын («Аштанкар») үҙенең «Табиблыҡ фәне тупланмаһы »н( «[[Канон врачебной науки|Канона врачебной науки]]») яҙғанда ҡулланған тип иҫәпләнә <ref name="sanatanadharma.udm.net"/>. Әбүғәлисина (Ибн-Сина) яҙмаларын Европа алхимиктары ҡулланған, уларҙың хеҙмәттәре Европала медицина һәм химия үҫешенә бик ҙур йоғонто яһай.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Аюрведа» битенән алынған