Ҡараһаҡал: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
41 юл:
 
[[1740]] йылдың июнендә Ҡараһаҡал яралана, һәм уны ҡаҙаҡ далаларына алып китәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Карателдәр ғәскәре етәксеһе Урусов, 300-гә яҡын башҡорт әсиренән һорау алып, Ҡараһаҡал ысынын да иһә — [[Нуғай даруғаһы]] [[Юрматы]] ырыуы башҡорто тигән һығымтаға килә. Ҡараһаҡалды Хан итеп таныу уйына килгән һәм шуны ғәмәлгә ашырған Алан Ейәнғол старшина, батша ғәскәрҙәре ҡулына эләккәс, бик ҡаты язалау аҫтында Ҡараһаҡалдың кем булыуын һөйләп бирергә мәжбүр була. Уның һүҙҙәренсә, Ҡараһаҡал — Нуғай юлы Юрматы олоҫо башҡорто Миңлеғол Юлаев. Атаһы Ныязғол, Һәләүек буйында өйө, ғаиләһе бар. Унда әсәһе Емеш, ҡатыны Ҡышбикә, ҡыҙы Рәхимбикә, туғандары Ситембәт менән Бикбулат йәшәй (был кешеләр, аҙаҡ тотолоп, язалап үлтерелә)<ref>Ғайса Хөсәйенов. Батырҙар ҡиссаһыӨфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 269-сы бит</ref>.
 
Рәсми хисаптарға ҡарағанда ла был боланы баҫтырғанда һәм баҫтырғас, барлығы 696 башҡорт ауылы таланып, яндырыла, 16634 башҡорт үлтерелеп, 4 меңе төрлө ерҙәргә урыҫ араларына каторгаға ебәрелә, 9200 ҡатын-ҡыҙ һәм балалар эске Рәсәйҙәге урыҫ баярҙарына таратыла; башҡорттарҙан 20 меңләп йылҡы-һыйыр тартып алына һәм байтаҡ аҡса штраф итеп түләтелә. Был хисаптар һаналып бары рәсми ҡағыҙҙарға теркәлгәндәре генә, талау һәм үлтереүҙәр байтаҡҡа артыҡ булған, әлбиттә. Быларҙан тыш, боласылар меңәрләп-меңәрләп Себергә оҙатыла, түрә, купец һәм урыҫ крәҫтиәндәренә ҡол ителеп һатыла.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡараһаҡал» битенән алынған