Шайморатова Әсмә Сабир ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
 
== Биографияһы ==
Әсмә Сабир ҡыҙы Шайморатова (Хәбибуллина) 1910 йылдың 9 декабрендә [[Өфө губернаһы]] [[Өфө өйәҙе]] (хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Шишмә районы]]) [[Арыҫлан]] ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1932 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлай<ref name="БЭ">{{БЭ2013|/index.php/component/content/article/8-statya/16691-shajmoratova-sm-sabir-y-y}}</ref>.
Һуңынан Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге башҡорт студияһына уҡырға инә һәм уны (өҙөклөктәр менән) 1942 йылда тамамлай. Уҡытыусыһы — профессор Мария Владимировна Башҡортостандың һәм башҡа милли республикаларҙың милли кадрҙарын үҫтереү өсөн бик күп эшләй. Әсмә Шайморатованың тәбиғәттән бирелгән тауышын шымартып, һирәк тембрлы лирик-колоратур сопрано өҫтәүгә өлгәшә<ref name="Юбилей">[http://www.bashinform.ru/news/794562-asma-shaymuratova-legenda-bashkirskoy-muzykalnoy-kultury-k-105-letiyu-so-dnya-rozhdeniya/ Асма Шаймуратова — легенда башкирской музыкальной культуры (К 105-летию со дня рождения)]</ref>.
 
[[1942 йыл]]дан алып [[1948 йыл]]ға [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]]нда эшләй. Шул уҡ 1942 йылда вокаль һәм сәхнә яғынан ҡатмарлы булған Татьяна партияһын (Петр Чайковскийҙың «Евгений Онегин» операһынан), башҡара. Артабан ул ҙур уңыш менән Маргарита («Фауст», Шарль Гуно), Микаэла («Кармен», Жорж Бизе), Марфа («<Батша кәләше», Николай Римский-Корсаков), Айһылыу («Ашҡаҙар», [[Мөхәмәтша Буранғолов]] либреттоһы буйынса Антон Эйхенвальд) партияларын башҡара<ref name="БЭ"></ref>.
 
1948—1950 йылдарҙа Ғ. Туҡай исемендәге Татар филармонияһында ([[Ҡазан]])композитор һәм музыкант Сәлих Сәйҙәшев төркөмөндә эшләй. 1950 йылда Өфөгә әйләнеп ҡайта һәм артабан, 1960-сы йылдарҙа тиклем, Башҡорт филармонияһы солисы булып эшләй.
 
Әсмә Шайморатованың тауышы сағыу һәм матур тембр, киң диапазон, һығылмалылыҡ һәм йомшаҡлыҡ менән айырылып торған. Концерт репертуарында башҡорт, татар, урыҫ һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәре бар, шулай уҡ классик оҙон көй өлгөләрен ([[Ашҡаҙар (йыр)|«Ашҡаҙар»]], [[Бейеш (йыр)|«Бейеш»]], [[Буранбай (йыр)|«Буранбай»]], [[Ғилмияза (йыр)|«Ғилмияза»]], [[Зөлхизә (йыр)|«Зөлхизә]]», [[Таштуғай (йыр)|«Таштуғай»]], [[Һандуғас (йыр)|«Һандуғас»]], [[Әрме (йыр)|«Әрме»]] һәм башҡалар) айырыуса тәьҫирле башҡарған. М. М.Вәлиев, Х. Ш. Заимов, Х. К. Ибраһимов, З.Ғ.Исмәғилев, Р.Ә. Мортазин, Н.Ғ.Сабитов, Х. Ф.Әхмәтовтың ҡайһы бер вокаль әҫәр¬ҙәренәҫәрҙәрен дә тәүгеләрҙән булып сәхнәгә сығарған.
Йырсы карьераһында артабанғы ун йыл ысын мәғәнәлә йондоҙло йылдар. Был осорҙа ул йөҙләгән концертта ҡатнаша, башҡортостандың һәр районында, ҡалаһында була, шул уҡ ваҡытта ҙур уңыш менән Рәсәй төбәктәрендә, СССР-ҙың күп кенә ҡалалрында сығыш яһай. Уның концерт репертуарына башҡорт. Татар, урыҫ һәм сит ил композиторҙары йырҙары инә. Йыш ҡына ул Хөсәйен Әхмәтовтың, Заһир Исмәғилевтың, Хәбибулла Ибраһимовтың, Рәүеф Мортазиндың һәм башҡа күренекле башҡорт композиторҙарының вокаль әҫәрҙәрен беренсе башҡарыусыһы була. Айырыуса ҙур оҫталыҡ менән ул башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара. Әсмә Шайморатова ҡатын-ҡыҙҙар араһынан тәүгеләрҙән булып халыҡ йырҙарын оло сәхнәлә башҡара башлай, сөнки традиция буйынса халыҡ йырҙарын бары тик ирҙәр башҡарған. Хатта ҡатын-ҡыҙ исеменән йырланғандарын да.
Үҙенә хас булған талант, тәбиғәттән бирелгән бай диапозонлы тауыш аша ул халыҡҡа халыҡ ижад иткән йырҙарҙы ҡайтара: «Әрме», «Ашҡаҙар», Бейеш", «Буранбай», «Ғилмияза», «Зөлхизә», «Таштуғай», «Һандуғас» һәм башҡа йырҙарҙы. Һәр йырҙың тарихын өйрәнергә тырышыуы уға әҫәрҙең үҙенсәлектәрен һәм драматургияһын асырға ярҙам итә<ref name="Юбилей"></ref>.
 
Элекке ваҡытта Әсмә Шайморатованың йырҙарын башҡорт радиоһында бик йыш тапшырғандар. Һәр йортта әлеге тапшырыуҙарҙы көтөп алыр булғандар, шулай итеп, тыңлаусыларҙың музыкаль культураһын тәрбиәләүҙә һәм башҡорт йырын пропагандалауҙа Әсмә Сабир ҡыҙы ҙур роль уйнай.
18 юл:
1972 йылда «Мелодия» Бөтә Союз фирмаһында Әсмә Шайморатованың тәүге ҙур пластинкаһы донъя күрә, бында композиторҙар [[Рәхимов Камил Йософ улы|К.Й.Рахимов]], [[Әхмәтов Хөсәйен Фәйзулла улы|Х. Ф.Әхмәтов]], [[Мортазин Рәүеф Әхмәт улы|Рәүеф Мортазин]] һәм [[Исмәғилев Заһир Ғариф улы|З. Ғ. Исмәғилев] йырҙары, шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙары урын ала. Йырҙар араһында бик һирәк иштетелгән халыҡ йырҙары ла иғтибарҙы йәлеп итә: «Ҡара Сурай», «Хисам», «Ҡәһәрмән кантон», «Һаҡмар» һәм башҡалар.
 
Халыҡ йырҙарын башҡарыуҙа Әсмә Шайморатова үҙенең йырлау һәләтен, бай вокаль мөмкинлектәрен, юғары музыкаль һәм опера культураһын, башҡорт халҡының үҙенсәлектәрен тулы мәғәнәлә аңлап ҡуллана. Шуға күрә йырсы тамашасы һөйөүен яулауға өлгәшә. Әсмә Шайморатованан һуң башҡорт халыҡ йырҙары концерт репертуарҙарына инә башлай, уларҙы ҙур уңыш менән [[Әхмәҙиева Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы|Рәшиҙә Әхмәҙиева]], [[Сәлиғәскәрова Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы|Мәғәфүрә Сәлиғәсҡәрова]], [[Аллаярова Нажиә Һибәт ҡыҙы|Нажиә Аллаярова]], [[Флүрә Ноғоманова]], [[Солтанова Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы|Ғәлиә Солтанова]] башҡара башлайҙар<ref name="Юбилей"></ref>.
1950 йылда Әсмә Шайморатова музыкаль культура өлкәһенә индергән ҙур өлөшө өсөн «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы» почетлы исеменә лайыҡ була.
 
[[1950 йылдайыл]]да Әсмә Шайморатова музыкаль культура өлкәһенә индергән ҙур өлөшө өсөн «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы» почетлы исеменә лайыҡ була.
1992 йылдың 11 ғинуарында 82-се йәшендә вафат була.
 
[[1992 йылдыңйыл]]дың [[11 ғинуарындағинуар]]ында 82-се йәшендә вафат була.
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}