Чайковский Пётр Ильич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
124 юл:
 
[[1875 йыл]]дың декабре аҙағында Чайковский ҡустыһы Модест менән Европаға бара, уны уның буласаҡ тәрбиәләнеүсеһе Коля Конрадиҙың ата-әсәһе бер йылға Лионға һаңғырау-телһеҙҙәрҙе уҡытыу методикаһын өйрәнер өсөн ебәрә. Ағалы-ҡустылылар ике аҙнаға яҡын Берлинда, Женева һәм Парижда була һәм һуңынан айырылышалар. Парижда композитор Жорж Бизеның «''[[Кармен (опера)|Кармен]]''» операһын тыңлай, ул уны үҙенең ябайлығы һәм ихласлығы менән таң ҡалдыра, һәм ул «''уны башынан алып аҙағына тиклем тиерлек ятлап ала''».
 
 
1870-се йылдар Чайковский ижадында эҙләнеүҙәр осоро; уны Рәсәйҙең үткәне, рус халык көнкүреше, кеше яҙмышы темаһы йәлеп итә. Ошо ваҡытта «''[[Опричник (опера)|Опричник]]''» һәм «''Кузнец Вакула''» опералары, Островскийҙың «''Снегурочка''» драмаһына музыка, Беренсе оркестр менән фортепиано өсөн концерт, оркестр менән авиолончель өсөн рококо темаһына вариациялар, өс ҡыл квартеты яҙа. Ошо ваҡытҡа Я. П. Полонский һүҙҙәренә яҙылған ''Бөйөк Петрҙың тыуыуының 200-йыллығына''» арналған кантата яҙа; ул тәүге тапҡыр 1872 йылдың 31 майында Мәскәүҙә башҡарыла.
 
==== Педагогик эшмәкәрлеге ====
П. И. Чайковский — Мәскәү консерваторияһында композиция класы буйынса беренсе профессор. 1870 йылдар башына Чайковский консерватория уҡыу процессын ойоштороу, уҡыу программаларын әҙерләү буйынса әүҙем эшләй. Профессорҙар советында тора. Уҡытыу-методик әҙәбиәттең етешмәүе Чайковскийҙы сит ил музыка белгестәренең һәм теоретиктарының хеҙмәттәрен тәржемәләү эшенә, шулай уҡ үҙенең әсбаптарын яҙыуға этәрә<ref>{{sfn0|Руководство к инструментовке|1866}}.<br>{{sfn0|Жизненные правила и советы|1869}}.<br>{{sfn0|Музыкальный катехизис|1870}}</ref>. Профессор Чайковскийҙың емешле хеҙмәте замандаштары тарафынан юғары баһалана, әммә аҡса яғынан уның баһаһы кәм була. Консерваторияла эшләүенең аҙағында йыллыҡ хеҙмәт хаҡы 1200 һумдан 2700 һумға арта
 
== Иҫкәрмәләр ==