Чайковский Пётр Ильич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
118 юл:
 
1872 йылдан алып 1876 йылға тиклем матбуғаттың һул-либерал репутацияһына эйә булған «Русские ведомости» гәзитендә музыка тәнҡитсеһе булып эшләй. [[1874 йыл]]дың 14 апрелендә композитор «Русские ведомости» гәзите йомошо буйынса, һуңынан Миланда Глинканың «''[[Жизнь за царя]]''» операһының ҡуйылышына рецензия яҙыр өсөн Италияға бара. Премьера май уртаһына күсерелгәнгә күрә, Чайковский уны көтөп тормай, ә ике аҙнаһын Венеция, [[Рим]], [[Неаполь]] һәм [[Флоренция]] буйлап йөрөүгә арнай һәм май башында Мәскәүгә ҡайта. [[1873 йыл]]дың июлендә Чайковский үҙенең нәшерсеһе Петр Юргенсон иенән бергә Швейцарияла була, [[Цюрих]], [[Люцерна]], [[Берн]] һәм Женеваға бара, һуңынан Швейцариянан [[Италия]] аша Парижға бара, ә август башында Чайковский Рәсәйгә әйләнеп ҡайта.
 
[[1875 йыл]]дың декабре аҙағында Чайковский ҡустыһы Модест менән Европаға бара, уны уның буласаҡ тәрбиәләнеүсеһе Коля Конрадиҙың ата-әсәһе бер йылға Лионға һаңғырау-телһеҙҙәрҙе уҡытыу методикаһын өйрәнер өсөн ебәрә. Ағалы-ҡустылылар ике аҙнаға яҡын Берлинда, Женева һәм Парижда була һәм һуңынан айырылышалар. Парижда композитор Жорж Бизеның «''[[Кармен (опера)|Кармен]]''» операһын тыңлай, ул уны үҙенең ябайлығы һәм ихласлығы менән таң ҡалдыра, һәм ул «''уны башынан алып аҙағына тиклем тиерлек ятлап ала''».
 
== Иҫкәрмәләр ==