Чайковский Пётр Ильич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
111 юл:
Формаль рәүештә Чайковский һаман да дәүләт хеҙмәтендә иҫәпләнә: 1866 йылдың майында ул надворный советник чины ала, ә [[1867 йыл]]да рәсми рәүештә отставкға китә. Йәш композиторҙың ауыр мадти хәлен иҫәпкә алып, Н. Г. Рубинштейн уға Моховая урамындағы фатирына урынлашырға тәҡдим итә. Музыка кластары Мәскәү консерваторияһы тип үҙгәртелә, ул 1866 йылдың 13 сентябрендә тантаналы асыла.
 
[[1868 йыл]]да матбуғатта тәүге тапҡыр музыка тәнҡитсеһе булып сығыш яһай һәм Петербург композиторҙары төркөмө ― «Бөйөк бишәүҙең» ағзалары менән таныша. Ижади ҡараштарҙың төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан, улар араһында яҡшы мөнәсәбәттәр була. Чайковскийҙың программалы музыкаға ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа килә. «Бөйөк бишәүҙең» башлығы [[Балакирев, Милий Алексеевич|Милий Балакирев]] кәңәше буйынса ул Шекспирҙың «Ромео и Джульетта» трагедияһы буйынса «Ромео и Джульетта» (1869) увертюра-фантазияһын яҙа, ә тәнҡитсе [[Стасов, Владимир Васильевич|В. В. Стасов]] уға «Буря» (1873) симфоник фантазияһының идеяһын әйтеп ебәрә. Май аҙағында, консерваторияла уҡыу йылы тамаланғандан һуң, профессор Чайковский үҙенең уҡыусыһы Владимир Шиловский саҡырыуына һәм аҡсаһына уның менән бер аҙнаға [[Берлин]]ға, ә аҙаҡ биш аҙнаға [[Париж]]ға бара. Шул уҡ йылда Чайковский [[Арто, Дезире|Дезире Арто]] менән таныша{{переход|#Дезире Арто|blue}}.
 
== Иҫкәрмәләр ==