Чайковский Пётр Ильич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
103 юл:
 
Уның консерватория әҫәрҙәре араһында — [[Александр Николаевич Островский|Александр Островскийҙың]] шул уҡ исемле пьесаһы буйынса «''[[Гроза (Чайковский)|Гроза]]''» увертюраһы һәм «''[[Воевода (опера)|Воевода]]''» операһына ингән симфоник оркестр өсөн «''Характерные танцы''» («''Танцы сенных девушек''») бар. «''Характерные танцы''» тәүге тапҡыр [[1865 йыл]]дың 30 авгусында Иоганн Штраус етәкселеге аҫтында Санкт-Петербургтағы Павловсктың концерт залында башҡарыла — был Чайковский музыкаһының беренсе асыҡ башҡарылыуы була. Һуңынан ул үҙе Михаил һарайында консерватория оркестры ярҙамында ''F-dur увертюраһы'' менән дирижерлыҡ итә{{sfn|Берберова|1997|с=65}}.
 
Чайковскийҙың диплом эше булып Фридрих Шиллерҙың руссаға тәржемә ителгән шул уҡ исемле «''К радости''» кантатаһы тора, ул 1865 йылдың 29 декабрендә (1866 йылдың 10 ғинуары) башҡарыла{{sfn|Вайдман, Давыдова, Соколинская|1978|с=20}}. Композитор кантата премьераһында булмай, ул Петербург музыканттарына бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай — Антон Рубинштейн сырайын һыта, Серов күпте өмөт иткәнен әйтә, йәш тәнҡитсе Цезарь Кюи «Чайковский бөтөнләй йомшаҡ», «уның һәләте бер ҡайҙа ла консерватория бығауҙарын йырып алып китмәгән» тип иғлан итә, — бер Ларош ҡына был әҫәрҙә Чайковскийҙың ижади мөмкинселектәрен күреп, кантатанан таң ҡала{{sfn|Берберова|1997|c=69—70}}. Шул уҡ йылдың 12 ғинуарында (31декабрҙә) ул Петербург консерваторияһының курсын ҙур көмөш миҙал менән тамамлай (шул ваҡыттағы юғары награда менән). Консерваторияны «ирекле ижадсы» званиеһында тамамлауы тураһындағы диплом Чайковскийға тик 1870 йылдың 11 апрелендә (30 мартта), консерватория тураһында ҡағиҙә раҫланғандан һуң ала:
 
== Иҫкәрмәләр ==