Аманат (журнал): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
категория
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
2 юл:
'''Аманат''' — [[Башҡортостан Республикаһы]]ның мәктәп йәшендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн [[башҡорт теле]]ндә ай һайын сыға торған нәфис-публицистик журналы.
 
Баҫманың исемендәге «аманат» һүҙе — «васыят» тигән мәғәнәлә. Баҫма [[Башҡортостан]] халҡы, балалар тормошо, [[фән]] һәм [[техника]], [[әҙәбиәт]] һәм [[сәнғәт]], [[спорт]] өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында яҙа, балалар ижады менән таныштыра. Журналда мәктәп тормошо, тәбиғәтте һаҡлау, буш ваҡытты ойоштороуға арналған бүлектәр бар.
 
== Тарихы ==
10 юл:
* [[1991]] йылдың апреленән журнал «Аманат» тип атала.
 
[[Рәшит Ниғмәти]], [[Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы|Зәйнәб Биишева]], [[Мостай Кәрим]], [[Абдулхаҡ Игебаев]], [[Фәүзиә Рәхимғолова]] кеүек күренекле әҙиптәр тәүге әҫәрҙәрен «Пионер» журналында баҫтырған.
 
Журналды [[Ырымбур өлкәһе|Ырымбур]], [[Һамар өлкәһе|Һамар]], [[Һарытау өлкәһе|Һарытау]], [[Ҡурған өлкәһе|Ҡурған]], [[Силәбе өлкәһе|Силәбе]] өлкәләрендә, [[Татарстан]] һәм [[Ҡаҙағстан]]да алдырып уҡыйҙар.