Киняшов Михаил Александрович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
1 юл:
{{Ук}}
''' Киняшов Михаил Александрович ''' ([[14 сентябрь]]  [[1924 йыл]]  — [[2 июнь]] [[1995 йыл]])  — [[Бөйөк Ватан һуғышы]] яугире,  уҡсылар полкының миномет расчеты командиры, гвардия кесе сержанты,. Дан орденының тулы кавалеры. «Благовещен ҡалаһының почетлыпочётлы гражданы».
 
== Биографияһы ==
Киняшов Михаил Александрович 1924 йылдың  14 сентябрендә  [[Башҡортостан]]дың [[Благовещен]] ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. 
 
Урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б)/ КПСС ағзаһы. 7 класты тамамлаған. Арматура заводында  ремонтсы слесарь булып эшләй 
 
[[1942 йыл]]дың февралендә [[Башҡорт АССР-ы]] Благовещен районы хәрби комиссариаты тарафынан [[Ҡыҙыл Армия]] сафына саҡырыла.  
 
Кесе командирҙар мәктәбенә, ә аҙаҡ  — хәрби училищеға уҡырға ебәрелә, уны тамамларға тура килмәй, сөнки күп курсанттарҙы командование Сталинград өсөн һуғыштағы данлыҡлы 13-сө гвардия уҡсылар дивизияһына юнәлтә. 
 
[[1943 йыл]]дың мартынан Бөйөк Ватан һуғышында.   Курск дуғаһында һуғыша, Украина, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша.   [[Днепр]], [[Висла]], [[Одра|Одер]], [[Эльба]]  йылғаларын һуғышып аша сыға. Прага ҡалаһын азат итеп, һуғышты тамамлай.  
 
[[1947 йыл]]да гвардия старшинаһы М.  А. Киняшов Киняшов  демобилизациялана. Башҡортостанға, тыуған Благовещенск ҡалаһына ҡайта.  Слесарь, мастер, начальник урынбаҫары, Благовещен арматура заводында пар көсө цехының начальнигы булып эшләй. .
 
1995 йылдың 2 июнендә вафат була. Благовещен ҡалаһында ерләнгән.<ref>{{Warheroes|id=1804}}</ref>.
 
== Батырлығы ==
34-се гвардия уҡсылар полкының миномет расчеты командиры  (13-сө гвардия уҡсылар дивизияһы, 5-се гвардия армияһы, 2-се Украина фронты), гвардия кесе сержантсержанты Михаил Киняшов, яугирҙәр  менән командалыҡ итеп,  1944 йылдың  27 ғинуар — 2 февраль алыштарында [[Украина]]ның [[Кировоград өлкәһе]]  Маловисковский районының Ковалёвка ауылы районында минометтан биш пулемет нөктәһен, ике блиндажды, йөк менән ике арбаны юҡ итә.  
 
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 7 мартындағы указыУказы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия кесе сержанты Киняшов Михаил Александрович 3-сө дәрәжә Дан ордены (№  51623) менән бүләкләнә. 
 
[[1944 йыл]]дың 16 авгусында М. А. Киняшов шул уҡ полктың, дивизия һәм армияның (1-се Украина фронты) составында польша ҡалаһы Буско-Здруйҙан 14  км көньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан Стопница тораҡ пункты районында дошмандың һөжүмен кире ҡаҡҡанда миномет уты менән  ике ут нөктәһен сафтан сығара һәм ун бишкә яҡын гитлерсыны юҡ итә.
 
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 18 сентябрендәге указыУказы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия кесе сержанты Киняшов Михаил Александрович 2-сө дәрәжә Дан ордены (№  3542) менән бүләкләнә.
 
[[1945 йыл]]дың 19 апрелендә Зенфтенберг  (Германия) ҡалаһынан 9  км көнсығыштараҡ ятҡан Грос-Партвиц тораҡ пункты эргәһендәге һуғышта, дошмандың бер нисә пулеметын юҡ итеп, миномет расчеты командиры гвардия кесе сержанты Киняшов Михаил үҙенең уты менән уҡсылар поразделениеларына Шпрее йылғаһын аша сығыуҙа ярҙам итә.  1945 йылдың  20 апрелендә, пехотаның хәрби тәртибендә эш итеп, ҡыйыу минометсы алты пулеметты һәм тиҫтәнән ашыу немец һалдатын юҡ итә.
 
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 июнендәге указыУказы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия кесе сержанты Киняшов Михаил Александрович 1-сө дәрәжә Дан ордены (№  197) менән бүләкләнә.
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ==
== Бүләктәре ==
* 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
* [[Ҡыҙыл Йондоҙ ордены]], 
*  1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Дан ордендары һәм
* миҙалдар менән бүләкләнгән.
 
== Хәтер ==
* «Благовещен ҡалаһының почетлы гражданы» исеменә лайыҡ булған.
* Благовещен ҡалаһының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Дан орденының тулы кавалеры М. А.  Киняшовҡа арналған стенд бар. 
* Благовещен ҡалаһының бер урамы ГеройКиняшев исемен йөрөтә.
 
== Иҫкәрмәләр ==
Юл 47 ⟶ 52:
Славные сыны Башкирии. Уфа.
 
Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А.  Ильгамов т. 3. З-К. 2007. -672−672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
[[Категория:Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары]]
[[Категория:1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары]]