Энцелад (юлдаш): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
182 юл:
Юлдаштың орбитаһы Сатурндан 237 378 км алыҫлыҡта, ә уның болоттарының юғарығы ҡатламынан 180 000 километр алыҫлыҡта һәм Мимас (юлдаштан бәләкәйерәк) менән Тефия (ҙурыраҡ) орбиталары араһында урынлашҡан. Энцелад Сатурн тирәләй 32,9 сәғәт эсендә әйләнеп сыға. Әлеге ваҡытта Энцелад Диона менән орбиталь резонанста (2:1) хәрәкәт итә. Был резонанс Энцеладтың эксцентриситет орбитаһын (0,0047) тотороҡландырырға ярҙам итә, был көс артыу дәүмәлен даими үҙгәртеүгә килтерә, һөҙөмтә булараҡ юлдаш эстән йылына, шуға ла геологик әүҙемлек күҙәтелә<ref name="Porco" />.

Сатурндың күпселек юлдаштары кеүек, Энцелад орбитаһы буйынса үҙенең хәрәкәтенә ҡарата синхрон рәүештә планета тирәләй әйләнә. Шулай итеп, ул планетаға даими рәүештә бер яғы менән генә боролған килеш тора. Айҙан айырмалы рәүештә, Энцелад үҙ күсәре тирәләй әйләнгәндә либрацияға бирелмәй (һәр хәлдә, 1,5° артыҡ түгел). Шуға ҡарамаҫтан юлдаштың формаһы ҡасандыр унда либрация осоро булыуын күрһәтә<ref name="Porco">''[[Порко, Кэролин|Porco C. C.]] et al.'' Cassini Observes the Active South Pole of Enceladus (англ.) // Science : journal. — 2006. — Vol. 311, no. 5766. — P. 1393—1401. — [[Doi|DOI]]: [//dx.doi.org/10.1126 %2Fscience.1123013 10.1126/science.1123013]. — PMID 16527964.</ref>. Был либрация, Диона менән резонанстан килгән кеүек, Энцеладты өҫтәмә йылылыҡ менән тәьмин итә алғандыр.

=== Е ҡулсаһы менән үҙ-ара бәйләнеше ===