Карл Либкнехт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
13 юл:
[[1900 йыл]]да ул Германия социал-демократтар партияһына инә, һул яҡ ҡарашлы була. 1903 йылдың майында «Искра» гәзитендә эшләүсе РСДРП ағзаһы Щеколдин Фёдор Ивановичты [[Мюнхен]]дағы судта яҡлай. Ялған паспорт менән Германияла йәшәгәне өсөн ҡулға алынған Щеколдин иреккә сыға, ләкин ул Рәсәйгә оҙатыла. 1904 йылда ул сик аша тыйылған революцион әҙәбиәт алып сығыуҙа ғәйепләнгән Германия һәм Рәсәй революционерҙарын яҡлап сығыш яһай. Либкнехт уң социал-демократтарҙың реформалар яҡлы ҡараштарын тәнҡитләй, йәштәр араһында һуғышҡа ҡаршы агитация менән сәйәси пропаганда яҡлы була. 1904 йылда Бременда үткән Германия социал-демократтар партияһының съезында Либкнехт [[милитаризм]]ды [[капитализм]]дың таянысы тип атай, [[пролетариат]] менән йәштәрҙе милитаризмға ҡаршы көрәшкә күтәреү өсөн пропаганда алып барырға өндәй.
 
1905—1907 йылдарҙағы рус революцияһын ул шатланып ҡабул итә. [[1905 йыл]]да Йенала үткән партия съезында Либкнехт дөйөм сәйәси стачканы ''« пролетариаттың үҙенсәлекле көрәш ҡоралы»'' тип иғлан итә. 1906 йылда Мангеймдағы партия съезында ул Германия хөкүмәтен Рәсәй хөкүмәтенә революцияны баҫтырырға ярҙам иткәне өсөн ҡаты тәнҡитләй, немец эшсәеләренэшселәрен рус эшселәренән өлгәөлгө алырға саҡыра.
 
=== Германия социал-демократтарының һул яҡ йүнәлеше юлбашсыһы ===