Хөснөтдинова Эльза Камил ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
8 юл:
 
== Фәнни эшмәкәрлеге ==
[[1981 йыл]]да Эльза Хөснөтдинова Рәсәй фәндәр академияһының Өфө фәни үҙәге Биохимия һәм цитохимия бүлегенә эшкә килә. 13 йылдан бүлектә Волга-Урал төбәге халыҡтарының генофондын, Башҡортостан халҡының нәҫел ауырыуҙапрын һәм күп факторлы патологияларын өйрәнеү буйынса лаборатория асыла. Тикшеренеүҙең яңы йүнәлештәре бик көнүҙәк була. Күп милләттәрҙең барлыҡҡа килеү һәм үҙ-ара тәьҫир итешеү майҙаны булған Волга-Урал төбәге территорияһы бик әҙ тикшерелгән була. Лаборатория хеҙмәткәрҙәре ерле халыҡтың биш быуыны вәкилдәренең ҡанын ала, ДНК-ларын алып өйрәнә. Һөҙөмтәлә донъя гендар бүленеше йышлыҡтарындағы Урал генофондының урынына беренсе тапҡыр молекуляр-генетик тасуирлама бирелә. Төбәктә йәшәгә милләттәрҙең айырмалары һәм уртаҡлыҡтары асыҡлана. Башҡорттарҙың этногенезында [[Фин-уғыр халыҡтары|фин-уғыр]], [[Төрки халыҡтар|төрки]] һәм һинд-иран компоненттары булғанлығы билдәләнә, был этнографтарҙың, антропологтарҙың һәм рхеологтарҙың фараздарын дәлилләй. Башҡорттарҙа шулай уҡ басктарға һәм англо-сакстарға хас булған гендарҙың юғары тупланмаһы табыла. Эльза Камил ҡыҙы Башҡортостан халҡының нәҫел һәм тыумыштан килгән ауырыуҙарының молекуляр тәбиғәтен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирә.
 
Ғалимдың тикшеренеүҙәренә һәм эшләнмәләренә халыҡ-ара ғилми үҙәктәр иғтибар итә. Мюнхен университетының кешенең молекуляр генетикаһы лабораторияһы менән берлектә тикшеренеүҙәр алып барыу тураһында договр төҙөлә, Эльза Камил ҡыҙы принята в члены Европа генетиктар йәмғиәтенә ағза итеп алына, «Кеше геномы» тигән халыҡ-ара йәмғиәткә индерелә.
 
Әлеге ваҡытта Өфөлә нәҫел һәм күп факторлы ауырыуҙарҙы башланғыс осоронда уҡ асыҡларға мөмкинлек биргән ДНК-диагнозлауҙы тикшереү һәм үҫтереү менән шөғөлләнә. Уның етәкселеге аҫтында медик-генетик консультация биреү ысулдары эшләнгән һәм ҡулланыуға индерелгән. ДНК-диагнозлауҙың йыллыҡ иҡтисади һөҙөмтәлелеге бер ауырыуға яҡынса өс мең доллар самаһы күләм менән баһалана.
 
Ғилми эшмәкәрлеге барышында, бүлек етәксеһе булараҡ та Эльза Хөснөтдиноваға финанслау ҡытлығы, аспирантураға дәғүә итеүселәрҙең йомшаҡ әҙерлеге кеүек проблемалар менән осрашырға тура килә.
 
Э. К. Хөснөтдинова 84 фән кандидаты һәм 8 фән докторы әҙерләгән. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса советтың ағзаһы.
 
== Ғилми хеҙмәттәре ==
27 юл:
 
== Ғаиләһе ==
Ире Хөснөтдинов Әсхәт Әхмәтйән улы, авиация институтын тамамлаған, иҡтисад фәндәре кандидаты. [[Башҡортостан Республикаһының Милли банкы]]нда эшләй. Улдары бар, өлкәне — Радмир. Үҙенең интервьюларында Эльза Камил ҡыҙы иренең һәр яҡлап булышлыҡ иткәненә рәхмәтле булыуын белдерә һәм яҙмыш уға һәйбәт ғаилә бүләк иткәне тураһында әйтә.
 
== Ҡыҙыҡлы факттар ==
42 юл:
* {{БЭ2013|index.php/component/content/article/8-statya/16210-kh-sn-tdinova-elza-kamil-y-y}}{{V|21|05|2019}}
 
[[Категория:Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһыакадемияһы академиктары]]
[[Категория:Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар]]
[[Категория:Рәсәй генетиктары]]