Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
31 юл:
Зөфәр Ирғәли улы Йәнекәев 1951 йылдың 4 мартында [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Баймаҡ районы]] [[1-се Моҡас]] ауылында тыуған.
 
Мәктәпте бөткәндән һуң 2 йыл Ирәндек совхозында эшсе була. 1973 йылда Свердловск юридик институтын тамамлай.
 
[[Дыуан районы]]нда (1973−1974), [[Салауат (ҡала)|Салауат ҡалаһында]] (1974—1976) һәм [[Баймаҡ районы]]нда (1976−1978) прокуратура тәфтишсеһе булып эшләй. 1974 йылда Совет Армияһы сафына алына. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, [[Сибай]] ит комбинатында юрисконсульт була, унан һуң Сибай ҡалаһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ участкаһы начальнигы урынбаҫары, граждандар оборонаһы штабы начальнигының ярҙамсыһы булып эшләй.
 
[[1975 йыл]]да [[Башҡорт дәүләт университеты]] юридик факультетының аспирантураһына инә. «Рәсәй составындағы Башҡортостандың хоҡуҡи статусы, ХVI — XXI быуаттар» тигән темаға кандидатлыҡ, артабан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
 
Артабанғы эш урындары: БДУ-ның юридик факультеты уҡытыусыһы; Башҡортостан Республикаһы Юғары Советында: Секретариаттың сектор мөдире, Халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе.{{Врезка|Выравнивание=right|Ширина=280px|Содержание=... «Башҡорт халҡының михнәттәр сигеп, инҡилаптарҙа көрәшеп яулаған дәүләте — Башҡортостан Республикаһы — уның именлегенең гаранты булып тора»|Подпись=''З.И. Йәнекәев''}} [[1995 йыл]]дан [[2014 йыл]]ға тиклем — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Закондар сығарыу Палатаһы депутаты, Закондар сығарыу Палатаһының Урындағы власть мәсьәләләре, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр эштәре комитеты рәйесе; Европа Төбәктәр Палатаһында (Европа Советы, Страсбург) Рәсәй Федерацияһы вәкиле; Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Закондар сығарыу Палатаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Закондар сығарыу Палатаһының Ҡануниәт, дәүләт төҙөлөшө һәм суд-хоҡуҡи мәсьәләләр комитеты ағзаһы, 2003 йылдан — [[Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай|Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйлышы — Ҡоролтайҙың]] Урындағы үҙидаралыҡ, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр эштәре, мәғлүмәт сәйәсәте комитеты рәйесе. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы. 2014 йылдан [[Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды|Башҡортостан Республикаһы Конституция суды]] рәйесе вазифаһын биләй.
 
Ғаиләһе: ҡатыны, ике балаһы бар.
51 юл:
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Һылтанмалар ==
61 юл:
* http://personarb.ru/index.php?categoryid=15&nomer=956324
 
[[Категория:Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһыакадемияһы академиктары]]
[[Категория:1-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары]]
[[Категория:2-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары]]