Литвинов Андрей Витальевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
45 юл:
=== «Салауат Юлаев» (2016—ә.в.) ===
2016 йылдың 12 июлендә Андрей Литвинов [[Континенталь хоккей лигаһы]]нда сығыш яһаған [[Салауат Юлаев (хоккей клубы)|«Салауат Юлаев»]] менән ике яҡлы бер йыллыҡ килешеү төҙөй<ref>[http://hcsalavat.ru/news/salavat-yulaev/podpisan-kontrakt-s-andreem-litvinovym/ Подписан контракт с Андреем Литвиновым]</ref>. Тимәк, ул «Салауат Юлаев» өсөн дә, уның фарм-клубы «Торос» өсөн дә уйнай ала. Уның командаға килеүе күп һорауҙар тыуҙары, сөнки уның менән бергә «Салауат Юлаев» системаһында бөтәһе 10 ҡапҡасы була. Генераль менеджер Леонид Вайсфельд һәм баш тренер Игорь Захаркин ҡапҡасыларҙың күплеген киләсәктә кәрәк булыуы менән аңлата. 2016 йылдың 19 сентябрендә Андрей «Торос» өсөн тәүге уйынын үткәрә һәм бер гол ғына үткәреп командаһына еңеү килтерә. «Салауат Юлаев» өсөн Андрей бер уйында үткәрмәй. ЮХЛ-дың миҙгелендә ул 23 осрашыу үткәрә һәм шуларҙың 12-дә еңә. «Торос» даими чемпионатты бишенсе урында тамамлай һәм плей-оффта тәү тапҡыр беренсе раундта еңелеп ҡала.
=== «Металлург» НкЮХЛ-да (2017—ә.в.) ===
2017 йылдың 1 июнендә клуб етәкселеге Андрейҙы Юғары хоккей лигаһына күсерелгән Новокузнецкиҙан «Металлург» хоккей клубына ҡапҡасы Андрей Кареевҡа алмаштыра<ref>[http://hcsalavat.ru/news/salavat-yulaev/andrey-kareev-perekhodit-v-salavat-yulaev-/ Андрей Кареев переходит в «Салават Юлаев»!]</ref>. Тимәк бер нисә йылдан һуң Литвинов тыуған ҡалаһындағы команда өсөн уйнарға ҡайта. 2017/2018 йылдар миҙгелендә Андрей барыһы 49 уйында ҡатнаша, шуларҙың егерме бишәүһендә еңеү яулай, ә «Металлург» Петров кубогы өсөн плей-оффта сирекфиналға тиклем етә һәм буласаҡ чемпионға отола. 2018/2019 йылдар миҙгелен ул «Металлург» составында башлай, 10 уйындың икәүһендә еңеү яулай. 2018 йылдың 31 декабрендә Андрей Красноярскиҙан «Сокол» хоккей клубына күсә<ref>[http://krsksokol.ru/news/4326-andrej-litvinov-igrok-sokola.html Андрей Литвинов - игрок "Сокола"]</ref>. «Сокол» даими миҙгелде 12-се урында тамамлай, Петров кубогы өсөн плей-оффтың тәүе этабында «Лада» хоккей клубын серияла 3-1 иҫәбе менән ота, ә сирекфиналда «СКА-Нева» командаһына ҡаршы бер уйында ғына еңеү яулай ала. Андрей Красноярск хоккей клубы өсөн 20 осрашыу уҙғара һәм 8 тапҡыр еңеү яулай.
 
2019 йылдың 1 май көнөндә ул «Металлург» менән яңы килешеү төҙөй<ref>[http://www.metallurg-nk.ru/club/news/2388/ «Металлург» продлил контракт с Андреем Литвиновым]</ref>.
 
== Ҡаҙаныштар ==