Башҡорт милли хəрəкəте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
161 юл:
Үҙәк властарының һәм «элекке» республика власының ҡапма-ҡаршылығы урындарҙа байтаҡ совет һәм хатта партия хеҙмәткәрҙәренең ризаһыҙлығына һәм автономияның яңы власы вәкилдәренә буйһонмаҫҡа маташыуға килтерә. Мәҫәлән, Туҡ-Соран кантисполкомы рәйесе [[Буранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улы|М. А. Буранғолов]] 1920 йылдың 26 июнендә яңы һайланған Башревкомына буйһоноуҙан баш тарта һәм элекке хөкүмәт меннә бәйләнештәрен дауам итә, башҡа бер кантон исполкомы рәйесе Усҡаны Усаров яңы ревкомды ''«башҡорт халҡының дошманы»'' тип атай һәм властарға ҡаршы тороу өсөн ҡораллы отряд ойоштора башлай. Тиҙҙән улар барыһы ла контрреволюционерҙар тип иғлан ителәләр һәм репрессияланалар.
 
ВЦИК-тың һәм РСФСР-ҙың 1920 йылдың 19 майындағы Халыҡ комиссарҙары Советының «Автономиялы Совет Башҡорт республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» исемле декреты башҡорттар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм үҙәк власҡа ҡаршы партизан һуғышының төп сәбәбсеһе була<ref>{{ЭБЭ2013|index.php/prosmotr/2-statya/12838-krestyanskoe-povstancheskoe-dvizhenie-1918-21|Крестьянское-повстанческое движение в 1918—21|автор=Давлетшин Р. А.}}</ref>. Автономия территорияһында башҡорт ҡораллы баш күтәреүселәр отрядтары ойоштороу башлана  — бындай ваҡиғалар Өфө, Пермь һәм башҡа губерналарҙа элегенрә тә, 1918 йылда ла, күҙәтелә. Ваҡыт айырмалыҡтары күрше губерналарҙан айырмалы рәүештә үҙенә башҡа сәйәсәт алып барған Башревкомдың элекке составының эшмәкәрлеге менән бәйле. Атап әйткәндә, республикала продразвёрстка үҙләштерелмәй, әммә Башревкомдың яңы составы уны бик киң ҡуллана башлай һәм былар бөтәһе лә күп һанлы ҡораллы бәрелештәргә алып килә. Әлеге конфликттар «элекке» ревком яҡлаусыларын эҙәрлекләү менән тура килә. Һөҙөмтәлә, 1920 йылдың йәйендә, [[Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы|күп һандағы ихтилалдарға]], уларҙың үҙәктәре АБСР-ҙың көньяҡ-көнсығыш ([[Бөрйән-Түңгәүер кантоны|Бөрйән-Түңгәүер]], [[Тамьян-Ҡатай кантоны|Тамьян-Ҡатай]], [[Үҫәргән кантоны|Үҫәргән]]) кантондарында, ә сентябрҙә, яңы ихтилал нөктәләре барлыҡҡа килеүе менән, хәрби положение тағы ла биш кантонда индерелә. Ихтилалдарҙы баҫтырыу өсөн Поленов етәкселегендәге [[Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы|БашЧК]] отрядтары ебәрелә. Баймаҡҡа килеп еткәс, Поленов хәрби диктатура булдыра, урындағы хәкимиәт органдарын тарҡата һәм ''«башҡорттарҙың хәрәкәтенә ҡаршы аяуһыҙ көрәш»'' иғлан итә<ref>Лозунгом карательных отрядов было «Смерть башкирам!»</ref>. ЧК отрядтары тарафынан судһыҙ һәм тикшереүһеҙ Бөрйән-Түңгәүер кантисполкомының 10 ағзаһы атып үлтерелә, ябай башҡорт халҡын үлтереү һәм язалау менән оҙатылған «киң ҡурҡытыу» сәйәсәте үткәрелә.
 
1920 йылдың 10 сентябрендә Тамьян-Ҡатай кантисполкомы ултырышында яңыраҡ Польша фронтынан ҡайтҡан комбриг [[Мортазин Муса Лот улы|М. Л. Мортазин]] ҡатнаша. Ул кантондан ситкә бөтә урыҫ каратель отрядтарын сығарырға, баш күтәргән башҡорттарҙы азат итергә, яуаплы вазифаларға башҡорттарҙы тәғәйенләргә һәм махсус тикшереү комиссияһын булдырырға тәҡдим итә<ref>[http://urgaza.ru/kms_catalog+stat+cat_id-3+nums-111.html Повстанческое движение башкир во второй половине 1920 — начале 1921  гг. на юго-востоке Башкортостана] {{webarchive|url=https://web.archive.org/web/20130921235512/http://urgaza.ru/kms_catalog+stat+cat_id-3+nums-111.html |date=2013-09-21 }}</ref>.
 
Полктарға бүленгән һәм [[Унасов Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы|X. Унасовтың]] етәкселегендә хатта дивизияға берләшкән баш күтәреүсе отрядтарҙың дөйөм һаны 3 мең кешегә етә. Тамьян-Ҡатай кантонының төньяғында [[Мәғәсүмов Фәтхулла Борхай улы|Фәтхулла Мәғәсүмов]] отряды баш күтәрә, отрядтың һаны 3 мең тирәһе кеше тәшкил итә. Ф. Мәғәсүмов отряды бер нисә тапҡыр [[Златоуст]]ҡа һәм башҡа заводтарға һәм ауылдарға һөжүм итеп маташа. [[Белорет] тирәһендә  — 4000-кешелек баш күтәреүселәр отряды, [[Асҡар (Әбйәлил районы)|Асҡар]] районында  — 1 мең кеше, [[Байназар]] районында районында — 1 меңгә яҡын кеше ойоша.
 
1920 йылдың июль-авгусында [[Мырҙабулатов Сөләймән Шәңгәрәй улы|С.  Ш.  Мырҙабулатов]], [[Унасов Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы|X. Унасов]], [[Мәғәсүмов Фәтхулла Борхай улы|Ф. Мәғәсүмов]], [[Ишмырҙин Әүхәҙи Ғәләүетдин улы|Ә. Ишмырҙин]], [[Амантаев Ғәббәс Ямалетдин улы|Ғ. Амантаев]], [[Айытбаев ҒәлиәхәмәтҒәлиәхмәт Ямалетдин улы|Ғ. Айытбаев]], З. Ғәлин, М. Мостафин, [[Рәсүлев Мөждәбә Муса улы|М. Рәсүлев]], М. Сәғитов, Ф. Юламанов һәм башҡаларҙың ҡораллы отрядтары ойошторола, сентябрҙә улар ''Башҡорт Ҡыҙыл Армияһына'' берләшәләр. Башҡорт Ҡыҙыл Армияһының командующийы итеп - — Ф. Б. Мәғәсүмов, 1-се дивизия начальнигы итеп  — Х. Ғ. Унасов, 2-се дивизия начальнигы итеп Ф. Юламанов тәғәйенләнәләр. Реввоенсоветтың рәйесе  — С.  Ш.  Мырҙабулатов, штаб начальнигы  — Б. Ланин булалар.
 
Ихтилалсыларҙың төп талаптары:
175 юл:
* хәрби коммунизм сәйәсәтен туҡтатыу һәм башҡалар.
 
1920 йылдың 28 июлендә дәүләт власының даими юғары органы булдырыла — [[БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты]].
 
1920 йылдың октябрендә РКП(б)-ның ағзаларын яңынан теркәү буйынса Үҙәк комиссияһына ебәрелгән ғаризаһында [[Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы|М. Д. Халиҡов]] аҙаҡҡы ваҡиғалар менән бәйле үҙәк һәм урындағы властарҙы ҡаты тәңкиттәнҡит аҫтына ҡуя<ref>{{начало цитаты}}''«Политическая и административная власть в Башкирии, заменена товарищами небашкирского происхождения (в составе обкома и президиума БЦИК нет ни одного башкирина. Посмотрите состав наркоматов и местных исполкомов). Голодный и голый башкирский пролетариат не только забывается, но и уничтожается гораздо больше, чем когда-либо (по словам представителей с мест в районе Темясово число вырезанных башкир уполномоченными Башобкома и БашЦИК Поленовым и Руденко и прочими достигает до 3 000 человек). Башкирская масса несет гнет на себе гораздо больше, чем она несла при царском режиме…»''{{конец цитаты|источник={{книга
|автор =
|заглавие = История башкирского народа : в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов ; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН