Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
42 юл:
 
== Биографияһы ==
Хәбибулла Габделҡаһир улы Ғәбитов 1886 йылдың 5 майында [[Ырымбур губернаһы]]ның [[Орск өйәҙе]] [[Түңгәүер]] улусы (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Баймаҡ районы]]) [[Әбделкәрим (Баймаҡ районы)|Әбделкәрим]] ауылында тыуған.
 
Шәжәрәһе башҡорт тарханы Ураҙғол Аҡсыуашевҡа барып тоташа: Ҡуңғрат бей → Түңгәүер бей → Һаҡҡолай (Ҡаратөлкө) → Иламан → Күстәнәй → Йәнбараҡ → Иҫәнъюл → Аҡсыуаш → Ураҙғол → Һабыр → Ярашбай → Ғәбит → Яппар → Ғәбделҡаһир → Хәбибулла<ref>{{статья|автор =[[Сөләймәнов Фоат Мырҙағәли улы|Сулейманов Ф. М.]]|заглавие =Храбрые джигиты из рода Тунгаур в борьбе за автономию Башкортостана|ссылка =https://vatandash.rbsmi.ru/articles/100-letie-respubliki-bashkortostan-/khrabrye-dzhigity-iz-roda-tungaur-v-borbe-za-avtonomiyu-bashkortostana/ |издание = [[Ватандаш (журнал)|Ватандаш]]|год =2018|номер = 10 (265)|страницы=45—54|issn = 1683-3554}}</ref>.
 
[[Троицк (Силәбе өлкәһе)|Троицк]] ҡалаһының [[Рәсүлиә мәҙрәсәһе]]ндә, 1909—1912 йылдарҙа [[Өфө]]лә [[Ғәлиә мәҙрәсәһе|«Ғәлиә»]] мәҙрәсәһендә уҡый. «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң Верхотурск, [[Иркутск]], [[Верхнеуральск]] ҡалаларында мәҙрәсәлә уҡыта. Был йылдарҙа шиғри ижад менән шөғөлләнә башлай. Уның тәүге әҫәрҙәре [[Ырымбур]]ҙа нәшер ителгән «Мөғәллим», «Шура», «Тормош» журналдарында баҫылып сыға.