Орловский Александр Осипович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
5 юл:
[[Файл:Lekcja tańca - Orłowski.jpg|thumb|слева|Бейеү уҡытыусыһы. Рәссамдың мәрәкәләп эшләнгән һүрәттәре күп булған]]
[[File:Denis Davidov.jpg|thumb|слева|Денис Давыдов]]
Алекса́ндр О́сипович Орло́вский бай булмаған шляхта ғаиләһендә тыуған. Кенәзбикә Изабелла Чарторыйская, орсаҡлыосраҡлы ғына уның һүрәт төшөрөүгә оҫталығын күреп ҡалып, буласаҡ рәссамды Варшавала йәшәгән рәссам Ж. Норблен де ла Гурденға уҡырға биргән. Патриотлығы, мажаралар яратыуы Орловскийҙы [[1794 йыл]]да хәрби хеҙмәткә килтерә, поляк ғәскәре сафында ул Костюшко баш күтәреүендә ҡатнаша. Шунда яраланып, Варшаваға кире ҡайта. Бында ул тәртипһеҙ тормош рәүеше алып бара башлай, хатта фокусник труппаһына инеп ала. Норблен, уның артислыҡ талантын баһалаһа ла, егетте аҙып-туҙып йөрөүҙән туҡтатырға тырыша, кире үҙе янына ала. Шунан бирле Орловский үҙен тулыһынса сәнғәткә бағышлай, ул хатта Варшавала танылыу яулай башлай. Шунан һуң [[Литва]]ла бер йыл йәшәп ала, дворяндарҙың, ябай халыҡтың көнкүрешен өйрәнеп, урындан урынға күсеп йөрөй. Варшаваға кире ҡайтҡас, кенәз Юзеф Понятовскийға яҡынайып ала, поляк аристократияһы араһына инә.
 
=== Рәссам Рәсәйҙә ===
[[1802 йыл]]да [[Санкт-Петербург]]ҡа килә, бында уны бөйөк кенәз Константин Павлович ҡурсыуына ала, Орловский уларҙның өйөндә урынлаша, һүрәттәре, карикатуралары менән йәмғиәттә таныла башлай. [[Рәсәй]]ҙе яҡшыраҡ өйрәнер өсөн Мәскәүгә, Новгородҡа һәм башҡа төбәктәргә сәйәхәт ҡыла; бынан тыш [[Франция]], [[Италия]] һәм [[Германия]]ла булып ҡайта. [[1809 йыл]]да «Казактар бивуагы» тигән әҫәре өсөн Санкт-Петербург рәсем сәнғәте академияһы уға академик исеме бирә.[[1819 йыл]]да ул генераль штабҡа хәрби кейемдәр буйынса һүрәт төшөрөргә алына.