Рәсәй Федерацияһы Геройы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
20 юл:
Маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусылар араһында лётчик-космонавтар, хәрби хеҙмәткәрҙәр, [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда һәм башҡа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, лётчик-һынаусылар, спортсылар, разведчиктар, ғалимдар һәм башҡа һөнәр вәкилдәре бар.
Атаҡлы атыу ҡоралдары конструкторы [[Калашников Михаил Тимофеевич|Михаил Тимофеевич Калашников]] бер үк ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Геройы һәм ике тапҡыр [[Социалистик Хеҙмәт Геройы]] ла ине. Дүрт Рәсәй Федерацияһы Геройы бер үк ваҡытта [[Советтар Союзы Геройы]] исемен дә йөрөтә: улар — СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең лётчик-космонавтары Сергей Крикалёв һәм Валерий Поляков, вертолётсы Николай Майданов, [[СССР|совет]] һәм Рәсәй океанолог ғалимы, полярник [[Чилингаров Артур Николаевич|Артур Чилингаров]]. Ике космонавт — Тәлғәт Мусабаев менән Юрий Маленченко, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, лётчик Бахтурас Бейскбаев бер үк ваҡытта Рәсәй Геройы һәм Ҡаҙағстандың Халыҡ Геройы. Рәсәй Геройы космонавт Сәлижан Шәрипов бер үк ваҡытта Ҡырғыҙ Республикаһы Геройы исеменә лә лайыҡ булған. Һауа-Десант ғәскәрҙәре [[сержант]]ы Виталий Вольф]] Рәсәй Геройы һәм Абхазия Геройы.
 
2018 йылдың 16 мартына Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә дөйөм алғанда 1101 кеше лайыҡ булған, шуларҙың 480-ненә был юғары исем үлгәндән һуң бирелгән. Рәсәй Геройы исемен алыусылар исемлеге, шулай уҡ Президентың был исемде биреү тураһындағы указдарының барыһы ла рәсми баҫылмай. Ҡайһы бер бүләкләүҙәрҙең «йәшерен» грифы менән булыуы арҡаһында геройҙарҙың аныҡ исемлеге билдәле түгел, был үҙ сиратында киң мәғлүмәт сараларындағы материалдарҙа төрлө хаталарға һәм ҡапма-ҡаршылыҡтарға алып килә.
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==