Балыҡтар: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
| [[File:Gymnocephalus cernuus Pärnu River Estonia 2010-01-06.jpg |мини]] ||[[Шырт балыҡ]],
[[Шырт балыҡ|Ташбаш]]|| ({{lang-la|Gymnocephalus cernuus, {{lang-ru|Обыкновенный ёрш}}}})
Юл 250 ⟶ 236:
[[Категория:Умыртҡалылар]]
[[Категория:Хордалылар]]
[[ТөркөмКатегория:Хайуандар]]
[[Категория:Биология]]
[[Категория:Зоология]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Балыҡтар» битенән алынған