Тамъян-Ҡатай кантоны: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
78 юл:
 
[[1919]] йылдың [[20 март]]ындағы «[[Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү]]»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Тамъян-Ҡатай кантоны ла була.
 
Кантон Верхнеурал һәм Троицк өйәҙҙәренең 17 улусынан тора.
 
ВЦИК-тың 1924 йылғы 15 декабре ҡарарына ярашлы, Тамъян-Ҡатай кантоны 8 улыс, ә ВЦИК-тың 1926 йылдың 14 июндәге декреты буйынса — 8 улыс һәм үҙаллы Ломовка ауыл Советы төҙөлә.
 
[[1922 йыл]]дың 17 авгусында ВЦИК«Башҡорт Автономниялы Совет Республикаһының сиктәрен өҫтәмә киңәйтеү тураһында» декрет ҡабул итә,уның буйынса Тамьян-Ҡатай ерҙәре [[Силәбе губернияһы]]на китә. Был ҡарар башҡорттарҙың ризаһыҙлығын тыуҙыра.
 
Тамьян-Ҡатай кантон ойошмалары Башҡортостанда ҡалыуҙы яҡлап сығыш яһай. Кантон башҡарма комитеты, РКП(б) канткомы һәм кантондың яуаплы хеҙмәткәрҙәре 1922 йылдың 26, 28 августында һәм 1 сентябрендә Тамьян-Ҡатай кантонын (Белорет ҡалаһын ҡушып) Силәбе губернияһына күсереүгә ҡаршы ҡарарҙар сығара.
 
[[1922 йыл]]дың 2 октябрендә РКП(б) ҮК Ойоштороу бюроһы БАССР составынан Тамьян-Ҡатай кантонын сығарыуҙы туҡтатып торорға ҡарар сығара, быны [[Наркомнац]] та хуплай. Был мәсьәлә буйынса РКП(б) ҮК Ойоштороу бюроһы комиссияһы төҙөлә. 31 октябрҙә ул ВЦИК Президиумына Тамьян-Ҡатай кантонын Силәбе губернияһына биреүҙе яңынан ҡарарға тәҡдим итә. 2 ноябрҙә РКП(б) ҮК Ойоштороу бюроһы комиссияның был ҡарарын раҫлай.1922 йылдың 9 ноябрендә ВЦИК Президиумы үҙенең Тамьян-Ҡатаййского кантонын күсереү тураһындағы 17 августағы ҡарарының 3 пунктын үҙгәртергә ҡарар итә,. Көньяҡ Уралдың башҡа сәнәғәттөбәктәре Силәбегә китә.
1923 йылдың ғинуарында Тамъян-Ҡатай кантонына ВЦИК Рәйесе [[Калинин Михаил Иванович|М. И. Калинин]] килә.Ул 1921—1922 йылдарҙа Волга буйында булған аслыҡ эҙемтәләренең кантонға ҡағылыуын яҙа: <blockquote>«... ауылдарҙа мал бөтөнләй юҡ, хатта бесәй менән эттәр ҙә һирәк осрай, уларҙы аслыҡ ваҡытында ашап бөтөргәндәр …»</blockquote>Мәҫәлән, Үҙән улысы [[Хәмит]] ауылында аслыҡҡа тиклем 300 кеше, 80 шәхси хужалыҡ, 380 эш аты, 400 һыйыр булһа, аслыҡтан һуң 162 кеше, 48 шәхси хужалыҡ, 15 ат, 10 һыйыр ҡалған<ref>[http://ufagen.ru/node/24731 Голод 1921—1922 гг. в «Малой Башкирии» и его особенности]</ref>.
 
1930 йылдың 20 авгусында кантон бөтөрөлә, уның территорияһы [[Әбйәлил районы|Әбйәлил]], [[Белорет районы|Белорет]] һәм [[Учалы районы|Учалы]] административ райондары составына инә.