Тамъян-Ҡатай кантоны: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
110 юл:
== География ==
Майҙаны — 20 212 км² (1922). [[1919]] йылда төньяҡта — [[Златауст районы]], көнсығышта — [[Силәбе губернаһы]], көньяҡта — [[Бөрйән-Түңгәүер кантоны]], көньяҡ-көнбайышта — [[Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны]], көнбайышта — [[Юрматы кантоны]] һәм төньяҡ-көнбайышта [[Көҙәй кантоны]] менән сиктәш була. [[1922]] йылда төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта — [[Силәбе губернаһы]], көньяҡта — [[Йылайыр кантоны]], көньяҡ-көнбайышта — [[Стәрлетамаҡ кантоны]] һәм төньяҡ-көнбайышта [[Өфө кантоны]] менән сиктәш була.
 
== Хужалығы ==
 
Тамъян-Ҡатай кантонында иҡтисадтың төп тармаҡтары ауыл хужалығы һәм тау сәнәғәте булған.
 
[[Белорет металлургия комбинаты|Белорет металлургия заводы]]; Егәҙе, Инйәр һәм Тирлән заводтары; Белорет сөй-сым һәм кирбес заводы, Петровск быяла заводы, 4 тире-күн заводы, ағас эшкәртеү предприятиелары, тимер рудаһы һәм хром рудниктары эшләй. 1923 йылда 17 баҙар булған.
 
1927 йылда һөрөнтө ерҙәр 27,4 мең.га тәшкил иткән.
 
1926 йылда кантонда 1‑се баҫҡыс 81 мәктәп, 3 китапхана һәм 6 китап уҡыу йорттары (изба-читальня), 1925 йылда — 6 хастахана һәм 4 амбулатория булған.
 
== Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре ==