Паль Роберт Васильевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: Урыҫ → рус (9) using AWB
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
24 юл:
|Викиөҙөмтә =
}}
'''Паль Роберт Васильевич''' ([[15 апрель]] [[1938 йыл]]) — [[Башҡортостан]]дың [[рус теле]]ндә ижад иткән шағиры һәм яҙыусыһы, тәржемәсе һәм журналист, 1969 йылдан [[СССР Яҙыусылар союзы|СССР Яҙыусылар]] һәм журналистар союздары ағзаһы, [[БАССР]]-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988). «Алтын Урал» әҙәби премияһы (2008), [[Степан Злобин исемендәге әҙәби премия|Степан Злобин]] (1998) һәм [[Фәтих Кәрим]] исемендәге (2009) премиялар лауреаты.
 
== Биографияһы ==
== Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Роберт Васильевич Паль 1938 йылдың 15 апрелендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Ауырғазы районы]] «Әлшәй» совхозында (1992 йылдан [[Башҡортостан Республикаһы]]<ref>[http://volganews.info/oblast5/terraxn/ip-ksgxaw7.htm ЗАКОН Башкирской ССР от 25.02.92 N ВС-10/12 ОБ ИЗМЕНЕНИИ НАИМЕНОВАНИЯ ГОСУДАРСТВА БАШКИРСКАЯ СОВЕТСКАЯ СОЦИАЛИСТИЧЕСКАЯ РЕСПУБЛИКА]{{ref-ru}}</ref> ның [[Стәрлетамаҡ районы]] [[Первомайский (Стәрлетамаҡ районы)|Первомайский]] ауыл Советы) тыуған. Һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң [[Стәрлетамаҡ]] һәм [[Белорет]] педагогия училищеләрендә уҡый, 1961 йылда [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның тарих-филология факультетын тамамлай. Юғары белем алғас, йүнәтмә буйынса [[Ҡырмыҫҡалы районы]] [[Подлуб (Ҡырмыҫҡалы районы)|Подлуб]] ауылы мәктәбендә тарих уҡыта. Аҙаҡтан [[Башҡортостан китап нәшриәте]]ндә мөхәррир, редакция мөдире һәм баш мөхәррир булып эшләй. 1986—1988 йылдарҙа [[Башҡортостан Яҙыусылар союзы]]ның әҙәби консультанты. 1988 йылдан [[Өфө]]лә [[рус теле]]ндә сыҡҡан «[[Бельские просторы]]» республика әҙәби журналында — бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара. Төп хеҙмәт эшмәкәрлеге менән бер рәттән 1991—2001 йылдарҙа [[Башҡортостан]] Яҙыусылар союзының [[рус теле]]ндә яҙыусы әҙиптәренең ижади берекмәһен етәкләй.