Микробиология: өлгөләр араһындағы айырма

микроорганизмдарҙы өйрәнеүсе фән
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{subst:L}}. {{Ук}} '''Микробиология''' ({{lang-el|μικρος}} — бик бәләкәй, {{lang-la|bios}} — терекл..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

16:16, 23 ғинуар 2019 өлгөһө

.

Микробиология
Рәсем
Вики-проект Проект:Микробиология и иммунология[d]
 Микробиология Викимилектә

Микробиология (грек. μικρος — бик бәләкәй, лат. bios — тереклек)— микробтар, йәғни микроорганизмдар тураһындағы фән.

Өйрәнеү объекттары булып бер күҙәнәклеләр, бик ваҡ күп күҙәнәкле организмдар һәм күҙәнәк төҙөлөшөнә эйә булмаған йән эйәләре, уларҙың биологик билдәләре, ерҙәге башҡа организмдар менән мөнәсәбәттәре, биосфералағы ролдәре тора.

Микроорганизмдарҙың:

  • систематикаһын,
  • морфологияһын,
  • физиологияһын,
  • биохимияһын,
  • нәҫелдән бирелеүсәнлеген һәм үҙгәреүсәнлеген,
  • таралыуын һәм тәбиғәттәге матдәләр әйләнешендәге ролен,
  • экосистемала урынын,
  • практик әһәмиәтен өйрәнә.

Микробиологияның бүлектәре

  • бактериология,
  • микология,
  • вирусология,
  • паразитология,
  • дөйөм микробиология — микроорганизмдарға хас дөйөм законлылыҡтарҙы: төҙөлөшөн (структураһын), метаболизмын, генетикаһын, экологияһын өйрәнә ,
  • медицина микробиологияһы — ауырыу тыуҙырыусы (патоген) һәм шартлы патоген микроорганизмдарҙы, микробиологик диагностика ысулдарын, профилактика юлдарын, йоғошло сирҙәрҙең килеп сығыу сәбәптәрен өйрәнә.
  • санитар микробиология — тирә яҡ мөхиттең санитар-микробиологик торошон, аҙыҡ-түлек таҙалығын тикшерә,
  • сәнәғәт (техник)микробиологияһы — микроорганизмдар ярҙамында биологик әүҙем матдәләрҙе синтезлау технологияһын эшләү(аҡһымдарҙы, антибиотиктарҙы,ферменттарҙы, нуклеин кислоталарын, спирттарҙы һәм башҡа матдәләрҙе), санитар-микробиологик нормативтарҙы һәм патоген микроорганизмдарҙы индикациялау методтарын эшләй.
  • йыһан (космик) микробиологияһы ,
  • геологик микробиология,
  • ауыл хужалығы микробиологияһы — микроорганизмдарҙың матдәләр әйләнешендәге әһәмиәтен, ашламалар етештереүҙә ролен, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеүҙә ҡулланыу юлдарын өйрәнә,
  • ветеринар микробиология — хайуандарҙа ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмдарҙы, бындай сирҙәрҙе диагностикалау ысулдарын, профилактика юлдарын, йөғошло сирҙәрҙең килеп сығыу сәбәптәрен һәм инфекция сығанаҡтарын юҡ итеү юлдарын өйрәнә.