Сәйәхәтнамә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
8 юл:
 
== Башҡорт әҙәбиәтендә сәйәхәтнамә жанры ==
 
Урал-Волга буйы төрки телендәге тәүге сәйәхәтнамә изге урындарға хаж ҡылыуҙы һүрәтләй. Мортаза-Ғәли ибне Ҡотлоғоштоң 1703 йылда Ғәрәбстанға, Мөхәммәт-Әмин Ғүмәр улының 1783 йылғы сәйәхәттәре тураһындағы хажнәмәләре иң тәүге сәйәхәтнамәләр тип иҫәпләнә. Рәсәй һәм Урта Азия илдәре араһында сауҙа һәм дипломатик мөнәсәбәттәрҙең урынлашыуы, сәйәхәтнамә жанрының үҫешенә яңы этәргес бирә. [[Исмәғил Бикмөхәмәт]]тең әҫәре 1751-1783 йылдарҙа сауҙа юлдарын асыр өсөн Һиндостанға сәйәхәтен һүрәтләүгә арналған. XIX быуат башында башҡорт әҙәбиәтендә сәйәхәтнамә жанры [[Әбелмәних Ҡарғалы]], [[Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев]], [[Ғәли Соҡорой]] һ.б. ижадында сағылыш таба.
XX быуаттың икенсе яртыһында — XXI быуат башында сәйәхәтнамә жанрына [[М. Хәй]] «Уралға сәйәхәт», [[Мостай Кәрим]] «Вьетнам алыҫ түгел» (1956), [[Ғәли Ибраһимов]] «Дуҫтар ерендә» (1958), [[Назар Нәжми]] «Һиндостан сәхифәләре» (1960), [[Ибраһим Абдуллин]] «Дуҫлыҡтан да көслө нәмә юҡ» китаптарында мөрәжәғәт итә. Башҡортостандың халыҡ шағиры [[Рауил Бикбаев]] ижадында сәйәхәтнамә жанры айырыуса ныҡлы үҫеш алды. Уның 2002 йылда донъя күргән «Сәфәрҙәргә сығам сәхәрҙәрҙән» тигән китабына төрлө йылдарҙа төрлө ҡитғаларға һәм илдәргә сәфәрҙәренән тыуған сәйәхәтнамәләре тупланған. Һуңғы осорҙа башҡорт әҙәбиәтендә сәйәхәтнамә жанрының бер төрө иҫәпләнгән хажнамәләр яҙыу традицияһы яңыра. Мәҫәлән, [[Гүзәл Ситдиҡова]]ның «Йәннәт баҡсаһы» сәйәхәтнамәһе шундай әҫәрҙәрҙән.
 
== Сығанаҡтар ==
 
* Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 1965. 245-се бит.
* Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006. 169-сы бит.