Дижон: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
86 юл:
1183 йылда ҡала хоҡуғын ала. [[Христианлыҡ|Христианлыҡты]] был ерҙәргә ыҙа сигеүсе Венигн Дижонский алып килгән, ул ҡаланың күк ҡурсалаусыһы булып һанала.
 
[[Урта быуаттар|Урта быуат]]<nowiki/>тарҙа Дижон үҙенең сәйәси әһәмиәте менән герцог Роберт Беренсегә бурыслы, ул бында бөтә Бургундияның баш ҡалаһын күсерә. Шулай ҙа ысын сәнғәт һәм иҡтисади үҫешенә Дижон [[XV быуаттабыуат]]та хакимлыҡ иткән бургунд герцогы Валуа династияһы менән бәйле. Нәҡ шул ваҡытта ҡалала скульптор Слютер башлығында күренекле готика оҫталары эшләй.
 
1477 йылдан Францияға ҡушылғандан һуң Дижон Бургунд парламентының урыны булып ҡала. [[Людовик XIV]] Франш-Контены яулап алғас, Дижон сик буйы ҡалаһынан эре иҡтисади һәм административ үҙәккә әүерелә. Дижонда композитор Жан Филипип Рано һәм инженер Гюстав Эйфель тыуған. Революция осоронда урындағы үҙидара реформаһы уның административ әһәмиәтен ҡаҡшата.
 
1851 йылда Дижонда тимер юлы үткәндән һуң, индустриялаштырыу процесы башлана, был халыҡтың артыуына булышлыҡ итә. [[XIX быуат]]<nowiki/>тың утыҙынсы йылдарында Дижонда Дарси Анри етәкселегендә Европала тәүге тапҡыр төрлө фильтрлау юлы менән таҙартҡыс ҡоролмалар системаһы булдырыла
 
== Иҫтәлекле урындары ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Дижон» битенән алынған