Ғәбдерәхим Усман әл-Болғари: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
 
3 юл:
 
== Биографияһы ==
Ғәбдерәхим Усман сабый сағынан үкһеҙ етем ҡала. Әммә бәләкәйҙән белемгә тартылыуы уны күрше ауыл мәҙрәсәһенә алып килә. Артабан [[Ырымбур Ҡарғалыһынаөйәҙе]] [[Ҡарғалы мәҙрәсәләре|Ҡарғалы мәҙрәсәһенә]] уҡырға йүнәлә. Был мәҙрәсәне тамамлағандан һуң өйләнә һәм 1788 йылда ғаиләһе менән [[Урта Азия]] тарафына сығып китә. Башта Бохарала[[Бохара]]ла уҡый, артабан үҙе лә шәкерттәрҙе уҡытып ала. Бер аҙ [[Афғанстан]] ерендә уҡытыу менән шөғөлләнә. Иҫтәлектәрендә үҙенең ул ваҡыттағы тормошон ул шулайыраҡ һүрәтләй: «Йәштән йәтим үҫтем. Ҙурайғас та ярлы булдым. Ләкин күп илдәр гиҙҙем, күп ғалимдар менән осраштым»<ref>Башҡорт әҙәбиәте тарихы, 1-се том, 468-се бит</ref>.
 
Урта Азия илдәрендә йәшәгәнендә улдары ла, ҡатыны ла вафат була. 1798 йылда Ғәбдерәхим Усман [[Тарихи Башҡортостан|Башҡортостанға]] килә һәм [[Өфө губернаһы]] [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]] [[Иҫке Мерәҫ|Мерәҫ]] ауылында төпләнә. Хатта уны Мерәҫ ауылында Лоҡман кантон уллыҡҡа ала (был хаҡта хөкүмәт органдарының рәсми ҡағыҙы ла була). Р.[[Ризаитдин ФәхрединовФәхретдинов]] «Аҫар» исемле китабында: «…мишәр булараҡ донъяға килгән хәлдә, (Ғәбдрәхим Усман) саф башҡорт улараҡ әхирәткә китмеш», — тип яҙа<ref>Фәхретдинов Р. Аҫар. 1-се том, 6-сы киҫәк, 301-се б.</ref>. 1811,1816,1834 йылдарҙағы һәм унан һуңғы халыҡ иҫәбен алыу документтары буйынса, Ғәбдерәхим Усман улы Усманов 7-се башҡорт кантонына ҡараған Мерәҫ ауылының аҫаба башҡорто; Бибиә һәм Фәтхиә исемле ҡатындары була, алты ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләй. Әхмәт, Ялалетдин, Ямаледтин тигән улдары ошонда өйләнеп донъя көтә, ҡыҙҙары кейәүгә сыға<ref>Башҡорт АССР-ы Дәүләт архивы. Фонд 138, опись 2, Һаҡлау берәмеге 309,557</ref>. Шулай итеп, Ғәбдерәхим Усмандың нәҫеле [[Өршәк (йылға)|Өршәк]] буйындағы Мерәҫ ауылында киң таралған. Халыҡ араһында сәсән булараҡ танылған Ғәбит Сәйетов үҙен Ғәбдерәхим Усмандың бишенсе быуын кешеһе тип иҫәпләй.
 
== Донъяға ҡарашы һәм ижады ==