Төп менюны асырға

Үҙгәртеүҙәр

== Пруссия ==
[[Файл:Panorama_of_Malbork_Castle,_part_4.jpg|справа|мини|250x250пкс|[[Замок Мариенбург]] — Тевтон орденының Бөйөк магистры (гроссмейстеры) резиденцияһы һәм Пруссиялағы орден дәүләтенең баш ҡалаһы.]]
Тәре йөрөтөүселәр үҙҙәренең иң оҙаҡ йәшәгән дәүләтен көнсығыш Европала төҙөгән. 1217 йылда Рим папаһы Гонорий III [[Язычник|мәжүси-]][[Прустар|прустарға]] ҡаршы походҡа сыға, ә 1225 йылда Польша кенәзе Конрад Мазовецкий үҙенең рыцарҙары менән, тынғыһыҙ күршеләргә ҡаршы торорға таяныс эҙләп, Тевтон орденын саҡырған. [[XIII быуат]] барышында орден, прустарҙың ерҙәрен генә түгел, әле генә союзник булғандарҙың — поляктарҙың ерҙәрен дә тартып алған. Был территорияла, тәүҙә Мариенбург исемле баш ҡала менән (хәҙерге Мальборк [[Польша]]ла), һуңынан — [[Көнигсберг|Кёнигсбергта]] (хәҙерге — [[Калининград]] [[Рәсәй Федерацияһы|Рәсәйҙә]]), католик теократик дәүләт барлыҡҡа килгән.
 
[[XV быуат]]та ордендың бөлгөнлөгө башлана. 1410 йылда берләшәкән польша — литва ғәскәренән еңелә. Ниһәйәт, бер нисә еңелеүҙәрҙән һуң, 1525 йылдың [[8 апрель|8 апрелендә]] Тевтон орденының һуңғы гроссмейстеры орден дәүләтенең ликвидацияһы һәм үҙенең территорияһында Польшаға бойондороҡло Пруссия герцогствоһын төҙөү тураһында актҡа ҡул ҡуя.
13 395

үҙгәртеү