Үпкә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл:
Үпкәләге һауа менән капиллярҙарҙағы ҡан араһында газдар алмашыныу ашырыла.
 
== Кеше үпкәһенең төҙөлөшө ==
Бишенсе күкрәк умыртҡаһы тапҡырында боғарлаҡ (трахея) ике эре ҡурылдыйға (бронхы) айырыла. Эре ҡурылдыйҙар уң һәм һул упкәләргә инәләр.
 
Үпкәләрҙә ҡурылдыйҙарҙың һәр береһе ҡат-ҡат ағас һымаҡ тармаҡлана. Тармаҡланған һайын һауа үткәреү көпшәләренең диаметры аҡрынлап
бәләкәйләнә бара.
 
Иң ваҡ ҡурылдый көпшәләрен бронхиолдар тип атайҙар. Уларҙың остары һулыш бронхиолдарына, унан альвеола юлына (альвеолярные ходы) күсә. Һәр альвеола юлы эсенә һауа тулған йоҡа көплө үпкә ҡыуыҡсалары (альвеолалар) шәлкеме менән тамамлана.
 
Альвеола диаметры 0,2-0,3  мм булған ярымшар формаһында була. Ул эластик сүстәр менән сырмалған йоҡа ғына базаль мембранала урынлашҡан бер ҡатлау яҫы эпителий күҙәнәктәрҙән төҙөлгән. Һәр альвеола ҡуйы капиллярҙар селтәре менән уратып алынған.
Альвеолаларҙың (ҡыуыҡсаларҙың) эпителиаль күҙәнәктәре биологик актив матдәләр бүлеп сығара. Биологик актив матдәләр уларҙың эске йөҙөн йоҡа яры рәүешендә
түшәп тора.
 
Был яры ҡыуыҡсаларҙың даими күләмен һаҡлай. Уларға бер-береһенә ҡушылырға ирек бирмәй. Шулай уҡ, ярының матдәләре үпкәләргә һауа менән ингән микроорганизмдарҙы зарарһыҙлай.
 
«Эшкәртелгән» яры һауа үткәреү юлдары аша ҡаҡырыҡ рәүешендә сығарып ташлана йәки үпкә фагоциттары тарафынан «һеңдерелә».
25 юл:
ҮАльвеолалар (үпкә ҡыуыҡсалары) үпкәләрҙе формалаштырыусы болот һымаҡ массаны барлыҡҡа килтерәләр.
 
Бер һулыш бронхиолынан айырылып киткән альвеола юлдары төркөмөн ацинус тип атайҙар. Ацинус  — үпкәнең төҙөлөш берәмеге булып тора. Ацинустарҙан бүлексәләр(дольки), бүлексәләрҙән  — сегменттар, сегменттарҙан  — бүлкәттәр (доли), бүлкәттәрҙән бөтөн үпкәләр хасил була.
Уң яң үпкә өс бүлкәттән, һул үпкә ике бүлкәттән тора.
 
== Үпкәләрҙең урынлашыуы ==
Үпкәләр, йөрәк, ҡан тамырҙары, һауа үткәреү юлдары һәм ҡыҙыл үңәс алып торған урындарҙан башҡа, бөтә күкрәк ҡыуышлығын тултырып тора. Һәр үпкәлә 300—350 миллион тирәһе альвеолалар була.
 
Уларҙың дөйөм өҫкө йөҙө 100 квадрат метрҙан ашып китә. Был кәүҙәнең өҫкө йөҙөнән сама менән 50 тапҡыр ҙурыраҡ була.
 
Һәр үпкә тышҡы яҡтан тоташтырғыс туҡыманан торған шыма ялтыр шекәрә  — үпкә плевраһы менән ҡапланған.
 
Күкрәк ҡыуышлығының эске стенаһы күкрәк көбө плевраһы менән түшәлгән. Улар араһындағы плевра ҡыуышлығы герметик була һәм унда бөтөнләй һауа булмай. Шунлыҡтан үпкәләр күкрәк ҡыуышлығы стенаһына һәр ваҡыт тығыҙ тейеп тора. Һөҙөмтәлә үпкәләрҙең күләме күкрәк ҡыуышлығы күләме үҙгәреү менән үҙгәреп тора.
 
Шулай уҡ, плевра ҡыуышлығы эсендә бер аҙ шыйыҡса була (серозная жидкость). Был еүешлек үпкә һәм күкрәк плевраларын ышҡылыуҙан һаҡлап, һулыш хәрәкәттәрен иркен итә.
 
Шулай уҡ, плевра ҡыуышлығы эсендә бер аҙ шыйыҡса була (серозная жидкость). Был еүешлек үпкә һәм күкрәк плевраларын ышҡылыуҙан һаҡлап, һулыш хәрәкәттәрен иркен итә.
== Тышҡы һылтанмалар ==
* Атлас анатомии человека. Издание на русском языке. / Перевод: к.м.н. В. В. Серов. / — М.: Белый город, 2005. — 103 с. с илл. ISBN 5-7793-0982-5 {{ref-ru}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Үпкә» битенән алынған