Ураҡсина Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
17 юл:
{{фамилиялаш|Ураҡсин}}
 
'''Ураҡсина Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсина''' ([[19 октябрь]] [[1950 йыл]] — [[23 август]] [[2015 йыл]]) — [[башҡорт]] балалар [[шиғриәт|шағиры]], [[проза|яҙыусы]], фольклорсы, [[тәржемә]]се, педагог. [[СССР]]-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, [[БАССР]] мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991). Филология фәндәре кандидаты.
[[File:Творческий вечер Гузаль Ситдыковой и Расимы Ураксиной. Детский коллектив г. Сибая в Уфе.jpg|thumb|Рәсимә Ураҡсина менән [[Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы|Гүзәл Ситдиҡованың]] филармонияла ижад кисәһе. Сибай ҡалаһы уҡыусылары сығышы. Өфө]]
 
== Биографияһы ==
Ураҡсина Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсина 1950 йылдың 19 октябрендә [[Башҡорт АССР-ы]] [[Дәүләкән районы]] [[Яңы Яппар]] ауылында тыуған. Ауылдарындағы башланғыс мәктәптә, артабан Өфөләге 1-се башҡорт мәктәп-интернатында (хәҙер [[Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты]]) белем ала.
 
1974 йылда [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның филология факультетын тамамлағас, күп йылдар [[Сибай]] педагогия училищеһында (хәҙер колледж) һәм 1992—95 йылдарҙа [[Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты]]нда уҡытыусы булып эшләй.
 
Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендәге тырыш хеҙмәте һәм алдынғы ҡаҙаныштары өсөн Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы «[[СССР]]-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы», «[[БАССР]] мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
 
Балалар фольклорын өйрәнеү менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнеп, тупланған фәнни мәғлүмәттәре нигеҙендә 1996 йылда, «Башҡорт балалар әҙәбиәте үҫешендә фольклорҙың роле» тигән темаға диссертация яҡлап, Рәсимә Ураҡсина «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһе ала.