Асҡарова Гөлсөм Зәйнулла ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Аскарова, Гульсум Зайнулловна" битен тәржемә итеп төҙөлгән
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
'''Гөлсөм Зәйнулла ҡыҙы Асҡарова''' (тыу. [[20 ғинуар]],  [[1942 йыл|1942]]) — совет  [[Колхоз|колхозсыһы]], Х саҡырылыш СССР Юғары Советы  депутаты  (1979—1984), Башҡорт АССР-ы хеҙмәтсәндәр депутаттарының Стәрлетамаҡ район Советы депутаты<ref name="str-raion">[http://www.str-raion.ru/our_district/honorary_citizens/222/?ncc=1 Аскарова Гульсум Зайнулловна] // Стерлитамакский район Республики Башкортостан</ref>.
 
== Биографияһы ==
Гөлсәм Зәйнулла ҡыҙы  [[1942 йыл|1942 йылдың 20 ғинуарында]]  [[Сәмән (Ауырғазы районы)|БАССР]]-ҙың  [[Ауырғазы районы|Ауырғазы районы Семенкин]]  ауылында  күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа<ref name="nsportal">[http://nsportal.ru/ap/library/drugoe/2017/04/15/zemlyakam-o-zemlyakah Землякам о земляках]</ref>. Урындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Нуриман МТС-ына санитарка булып урынлаша. 1959 йылда [[Стәрлетамаҡ районы|Стәрлетамаҡ районының Түбәнге Уҫылы]] ауылы егете Әнүәр Асҡаровҡа кейәүгә сыға.  Шул уҡ йылда Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге колхозында эшләй башлай. 1966 йыпдан ошо колхозда һауынсы эшен башҡара. 1998 йылға тиклем Түбәнге Уҫылы һөт фемаһында эшләй, шунан хаҡлы ялға сыға.<ref name="сельскаяновь">[http://www.xn--80aehueohsc3ig6a.xn--p1ai/index.php?option=com_content&view=article&id=7443:2017-03-14-06-51-06&catid=25:the-project Взялся за дело — делай его хорошо] // сельскаяновь.рф</ref>.
 
1979 йылда Х саҡырылыш СССР Юғары Советына  депутат итеп һайлана. Союз Советының мандат комиссияһы ағзаһы була<ref>[https://books.google.ru/books?id=ye0bAQAAMAAJ&q=Аскарова,+Гульсум+Зайнулловна&dq=Аскарова,+Гульсум+Зайнулловна&hl=ru&sa=X&ved=0ahUKEwjT5b_t0YbWAhXGQpoKHV-AB40Q6AEILDAB Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик, Выпуски 27-52]</ref>. Башҡорт АССР-ы хеҙмәтсәндәр депутаттарының Стәрлетамаҡ район Советы депутаты итеп һайлана.
 
== Наградалары ==
 
* [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]]  (1986)
* II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1981)
* III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1975)
* «Өлгөлө хеҙмәт өсөн»  миҙалы
* СССР  ВДНХ-ның көмөш һәм алтын миҙалдары
* «Биш йыллыҡ ударнигы» билдәләре (9-сы,10-сы һәм 11-се)
*  «Социалистик ярышта еңеүсе» билдәләре (1973, 1974, 1977, 1978, 1979, 1980)
* Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы эшсәне (1997)
* БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1977)