Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
орфография
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
17 юл:
[[1932]] йылдан Баймаҡ колхоз-совхоз башҡорт театры тип атала.
 
Театр «Ҡарағол» ([[Дауыт Юлтый]]), «Һаҡмар» ([[Сәғит Мифтахов]]), «Өйләнеү» (Н.  В.  Гоголь), «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» (А. Н. Островский) пьессаларын сәхнәләштерә.
 
[[Бөйөк Ватан һуғышы]] башланғас, актерҙарҙың күбеһе, ҡулына ҡорал тотоп, ил һағына баҫа. Театр ҡатын-ҡыҙҙар Абыҙгилдина Ғәшиә Баязит ҡыҙы, Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы, [[Абитаева Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы]], Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы һәм 14 йәшлек Ҡурсаев Хәмзә Ибраһим улы иңендә ҡала. Һуғышҡа киткән 19 кешенән тик икеһе генә әйләнеп ҡайта — Ғ. Сарбаев һәм М. Лоҡманов. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы [[Ғәйфулла Сарбаев]] бөтә ғүмерен театрға бағышлап, утыҙҙан ашыу спектакль ҡуя, сәхнәлә сағыу ролдәр башҡара.
24 юл:
1957 йылда театр [[Сибай (ҡала)|Сибай]] ҡалаһына күсә. Алтмышынсы йылдарҙан алып труппа составы [[Өфө сәнғәт училищеһы]] уҡыусылары менән тулылана башлай.
 
20 йылдан ашыу театрҙы [[Рәсәй Федерацияһы]]ның (1994) һәм [[Башҡорт АССР‑ы]]ның (1981) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004) талантлы режиссёр Ғәлимов Дамир Мәзит улы етәкләй.
 
1991 йылда театрға СССР-ҙың халыҡ артисы [[Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы|Арыҫлан Мөбәрәков]] исеме бирелә.