Чанышев Әҙеһәм Миҙхәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Биографияһы: өҫтәмә мәғлүмәт
 
25 юл:
 
== Биографияһы ==
1902 йылдың 27 сентябрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Баймаҡ районы]]) [[Юлыҡ (Баймаҡ районы)|Юлыҡ]] ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға киләтыуған. Ата-әсәһе иртә вафат булыуы сәбәпле, кескәй Әҙеһәм олатаһы менән өләсәһендә тәрбиәләнә. Уның олатаһы Ҡаһарман Чанышев 56 йыл мөғәллим була. Ул Әҙеһәмде мәҙрәсәгә уҡырға бирә, ике йылдан башланғыс мәктәпкә күсерә, артабан үҫмерҙе Верхнеуралға алып барып, реаль училищеға урынлаштыра.
 
Октябрь революцияһынан һуң Әҙеһәм Чанышев Юлыҡ мәктәбендә балалар уҡыта, 80-се йәш менән барған олатаһын алмаштыра. Ул — ауыл мәктәбендә яңыса уҡытыуҙы ойоштороусыларҙың береһе. Мөғәллим йәштәрҙе уҡытыуға, тәрбиәләүгә бөтә көсөн бирә, ата-әсәләр менән күп эшләй. Әҙеһәм Чанышев драматург [[Мирхәйҙәр Фәйзи]] менән бергә йәштәрҙе түңәрәктәргә ылыҡтыра, төрлө йәмәғәт эштәре алып бара. Ул мәктәптә һәм ауылда әйҙәүсе педагогҡа әйләнә.