Күҫәләр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
103 юл:
=== Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше ===
1795 йылда Күҫәләр атамаы ике ауыл булған. Береһендә 6 хужалыҡ һәм 29 кеше булған. Был төп тораҡ утары булған. Икенсеһендә 28 хужалыҡта 145 кеше, шул иҫәптән Урман-Күҙәй улусынан килгән 5 башҡорт ир-ат керҙәш йәшәгән. Артабанғы рәүиздәр бер ауылды ғына иҫәпкә алған.
 
Йүрүҙән йылғаһы ярындағы Күҫәләр ауылы Өфө ҡалаһынан 152 саҡрымда һәм ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеге менән сауҙа иткән төп ерҙән, Арҡауылдан, 2 саҡрымда урынлашҡан. Төп ер биләмәһе ауыл эргәһендә, икенсеһе - Урмантау {{comment|ҡулы|лог}}нда урынлашҡан булған. Игенселек системаһы дөрөҫ булмаһа ла өс баҫыулыға яҡын булған. Арыш, һоло, борай, ҡарабойҙай, бойҙай, арпа, етен сәселгән.
 
1816 йылда Күҫәләрҙә 27 хужалыҡта 178 кеше йәшәгән. Үҙенең улдары Ҡарай, Сәйетбаттал, Йомаҙил менән йорт старшинаһы 72 йәшлек Рәхимҡол Томансин (алдағы старшина Томансы Йыуашкиндың улы), шулай уҡ указлы мулла һәм Әҙелгәрәй йәшәгән.
 
1834 йылда 280 кеше йәшәгән. Һәм 27 хужалыҡтың 16-һында (59 %) күп ҡатынлы ир-ат йәшәгән<ref>ЦГИА РБ. Ф.138. Оп.2. Д.459 (1834 г.)</ref>.
 
1842 йылда 312 кешегә 75 сирек ужым һәм 421 сирек яҙғы ашлыҡ сәскәндәр. 4 сирек участкаға ҡайһы бер хужалыҡтар картуф сәскән. 2 тирмән, хужалыҡтарҙа 4 елгәргес, 2 сорттарға айырыусы ҡоролма һәм 1 һуҡҡыс булған. Йәшелсә баҡсалары ла булған. 51 хужалыҡта 355 ат, 205 эре мөгөҙлө мал, 189 һарыҡ һәм 53 кәзә булған. Бөтә ауыл йә айырым хужалар тарафынан ерҙәрен ҡуртымға биреү алымы ҡулланылған. Тирмән ҡуйыу урынын һәм Оло Айыр, Бүжәй йылғаларында эшләгән һыу тирмәндәрен ҡуртымға биргәндәр. 2 бакалея кибете булған. Мәсет тә булған.
 
1859 йылда 74 хужалыҡта 368 кеше йәшәгән.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Күҫәләр» битенән алынған