Нервы системаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
 
== Дөйөм мәғлүмәт ==
Нәҡ нервы системаһы тәү сиратта [[организм]]дың барлыҡ функцияларын яйлауҙа бик мөһим роль уйнай. Ул [[күҙәнәк]], туҡыма, тән ағзалары һәм уларҙың системаларының үҙ-ара ярашып эшләүен тәьмин итә.
 
Кешенең әйләнә-тирәләге мөхитте белеп-тикшереүенә генә түгел, уны әүҙем рәүештә үҙгәртә лә алыуына ярҙам итеүсе ''һиҙеү-тойоу'', ''уҡып өйрәнеү'', ''хәтер'', ''телмәр'' һәм ''фекер йөрөтөү'' кеүек барлыҡ психик процестар нигеҙендә нервы системаһы эшмәкәрлеге ята.
 
Ул иммун һәм эндокрин системалар менән берлектә һәм дөрөҫ эшләгәндә генә [[организм]], бөтөн бер система булып, үҙенә тейешле барлыҡ бурыстарҙы ла тулы мәғәнәһендә тормошҡа атҡара.
12 юл:
 
== Нервы системаһының төҙөлөшө ==
Нервы туҡымаһы нервы системаһын төҙөүсе төп туҡыма булып тора.
 
''Нервы туҡымаһы'' ''нейрондарҙан'' һәм ''ваҡ-ваҡ эйәрсән (нейроглея) [[күҙәнәк]]тәрҙән'' тора.
 
* '''Нейрондар''' — нервы туҡымаһының төп [[күҙәнәк]]тәре, улар нервы системаһының эшсәнлеген тәьмин итә.
23 юл:
Күпселек '''''дендриттар''''' ([[грек теле|грекса]] «''дендрон''» — ағас) — ҡыҫҡа, ныҡ тармаҡланған үҫентеләр. Бер нейронда улар бер нисә булырға мөмкин. Нервы импульстары дендриттар буйынса нервы [[күҙәнәк|күҙәнәге]] тәненә килеп инә.
 
'''''Аксон''''' ([[грек теле|грекса]] «''аксис''» — үҫенте) — оҙон, башлыса аҙ тармаҡланыусан үҫенте. Ул импульстарҙы [[күҙәнәк]] тәненән алып китә. . Һәр бер нервы күҙәнәгенең бары бер генә аксоны бар, шул уҡ ваҡытта уның оҙонлоғо бер нисә тиҫтә сантиметрға етергә мөмкин. Шулай итеп, нервы [[күҙәнәк]]тәренең оҙон үҫентеләре аша импульстар организм кимәлендә ҙур алыҫлыҡтарға тапшырыла ала.
 
Оҙон үҫентеләр йыш ҡына аҡ төҫтәге май һымаҡ матдәнән торған шекәрә менән көпләнгән була. Уларҙың үҙәк нервы системаһындағы тупланмалары '''''аҡ матдә''''' барлыҡҡа килтерә.
 
Нейрондарҙың ҡыҫҡа үҫентеләренең һәм тәндәренең ундай шекәрәһе юҡ. Уларҙың тупланмалары '''''һоро матдәне''''' барлыҡҡа килтерә.
===Нейрондарҙың төрҙәре===
*Һиҙгер нейрондар
*Хәрәкәт нейрондары
*Өҫтәмә нейрондар
Нейрондар үҙ формалары һәм башҡарған эшмәкәрлеге буйынса бер-береһенән айырыла. Уларҙың берәүҙәре, '''''һиҙгерҙәре''''', импульстарҙы һиҙеү органдарынан арҡа һәм баш мейеләренә тапшыра.
 
=== Нейрондарҙың төрҙәре ===
'''Һиҙгер нейрондарҙың тәндәре''' үҙәк нервы системаһы юлындағы нервы төйөндәрендә ята.
* Һиҙгер нейрондар
* Хәрәкәт нейрондары
* Өҫтәмә нейрондар
Нейрондар үҙ формалары һәм башҡарған эшмәкәрлеге буйынса бер-береһенән айырыла. Уларҙың берәүҙәре, '''''һиҙгерҙәре''''', импульстарҙы һиҙеү органдарынан арҡа һәм баш мейеләренә тапшыра.
 
'''Һиҙгер нейрондарҙың тәндәре''' үҙәк нервы системаһы юлындағы нервы төйөндәрендә ята.
'''Нервы төйөндәре''' — нервы күҙәнәктәре тәндәренең үҙәк нервы системаһынан ситтәге тупланмалары.
 
'''Нервы төйөндәре''' — нервы күҙәнәктәре тәндәренең үҙәк нервы системаһынан ситтәге тупланмалары.
Нейрондарҙың икенселәре, '''''хәрәкәт нейрондары''''', импульстарҙы арҡа һәм баш мейеләренән мускулдарға һәм эске ағзаларға тапшыра.
 
Нейрондарҙың икенселәре, '''''хәрәкәт нейрондары''''', импульстарҙы арҡа һәм баш мейеләренән мускулдарға һәм эске ағзаларға тапшыра.
 
Һиҙгер һәм хәрәкәт нейрондары араһындағы бәйләнеш арҡа һәм баш мейеләрендә '''''өҫтәмә нейрондар''''' тарафынан бойомға ашырыла. Уларҙың тәне һәм үҫентеләре мейенән ситкә сыҡмай.
 
Арҡа һәм баш мейеләре [[организм]]дың барлыҡ ағзалары менән нервылар аша бәйләнгән.
 
'''''Нервылар''''' — нервы [[күҙәнәк]]тәренең шекәрә менән көпләнгән оҙон үҫентеләре тупланмалары ул.
 
=== Нерв төрҙәре ===
'''''Нервылар''''' — нервы [[күҙәнәк]]тәренең шекәрә менән көпләнгән оҙон үҫентеләре тупланмалары ул.
* Һиҙгер нервылар
===Нерв төрҙәре===
* Хәрәкәт нервылары
*Һиҙгер нервылар
* Ҡатнаш нервылар
*Хәрәкәт нервылары
*Ҡатнаш нервылар
 
Хәрәкәт нейрондарының аксондарынан торған нервылары '''''хәрәкәт нервылары''''' тип атала.
 
'''''Һиҙгер нервылар''''' һиҙгер нейрондарҙың дендриттарынан тора.
 
Күпселек нервыларҙа аксондар ҙа, дендриттар ҙа бар. Бындай нервылар '''''ҡатнаш нервылар''''' тип исемләнә. Улар буйынса импульстар ике йүнәлештә — үҙәк нервы системаһына һәм артабан ағзаларға бара.
 
== Нервы системаһы бүлектәре ==
'''Төҙөлөшө буйынса''' нервы системаһының үҙәк (ҮНС) һәм периферик бүлектәрен айырып йөрөтәләр:
 
* Тоташтырғыс туҡыманан тороусы шекәрә менән һаҡланған баш һәм арҡа мейеләре үҙәк бүлекте тәшкил итә.
* Нервылар һәм нервы төйөндәре периферик бүлеккә ҡарай.
 
'''Функцияһы буйынса''' нервы системаһының соматик һәм автономлы (вегетатив) бүлектәрен айырып йөрөтәләр.
 
* Нервы системаһының һөлдә мускулдары эшен регуляциялаусы бер өлөшөн соматик (грекса сома  — тән) нервы системаһы тип атайҙар. Соматик нервы системаһы ярҙамында кеше хәрәкәттәре менән идара итә, уларҙы үҙ теләге менән яһай йәки туҡтата ала.
 
* Нервы системаһының эске ағзаларҙың (йөрәк, ашҡаҙан/ биҙҙәрҙең һ. б.) эшмәкәрлеген регуляциялаусы өлөшөн автономлы (грекса автономия  — үҙидара) нервы системаһы тип атайҙар. Автономлы нервы системаһының эше кеше иркенә буйһонмай. Мәҫәлән, теләк буйынса йөрәкте туҡтатып, аш һеңдереү процесын тиҙләтеп, тирләүҙе тотҡарлап булмай.
 
'''Автономлы нервы системаһында''' симпатик һәм парасимпатик бүлектәрҙе айырып йөрөтәләр. Күпселек эске ағзалар ошо ике бүлек нервылары менән тәьмин ителә. Ҡағиҙә булараҡ, улар .ағзаларға ҡапма-ҡаршы йоғонто яһайҙар. Мәҫәлән, симпатик нервы йөрәктең эшләүен көсәйтә һәм тиҙләтә, ә парасимпатик нервы уны әкренәйтә һәм көсһөҙләндерә.
 
== Сығанаҡтар ==