Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу
23 юл:
}}
 
'''Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин''' ([[9 октябрь]] [[1896 йыл]] — [[21 декабрь]] [[1924 йыл]]) — [[Башҡортостан]]дың партия һәм дәүләт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы.
 
== Биографияһы ==
Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы 1896Хоҙайбирҙин1896 йылдың 9 октябрендә [[Ырымбур губернаһы]] Бесәнсе ауылында (хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]] {{ТУ|Күгәрсен районы}} [[Хоҙайбирҙин]] ауылында) тыуған. 1909 йылда [[Ырымбур]]ҙағы [[Хөсәйениә мәҙрәсәһе]]нә уҡырға бара. 1914 йылда мәҙрәсә администрацияһын тәнҡитләгән өсөн уҡыуҙан ҡыуыла.
 
[[Беренсе донъя һуғышы]] башланғас, фельдшерҙар курсын тамамлап, рота фельдшеры булып һуғышҡа китә. [[Австрия]] фронтында яраланғас, 1916 йылда Өфөгә ҡайта. [[Февраль революцияһы]]н 144-се уҡсы полкы һалдаты булып ҡаршылай. Өфө мосолман хәрби советы эшендә, «Һалдат теләге» гәзитен сығарыуҙа ҡатнаша.