Мидиялылар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
 
7 юл:
 
== Тарихы ==
Мидия ҡәбиләләре тарихта б. э. т. IX быуат башынан билдәле, улар Иранға [[Үҙәк Азия]]нан (икенсе версия буйынса, [[Каспий диңгеҙе]] тирәһенән, Төньяҡ Кавказдан) күсенеп ултырған. Артабанғы быуатта мидиялылар әкренләп бик боронғо замандарҙан Иран территорияһын биләгән арий булмаған гутий, лулубей һәм кассит ҡәбиләләрен ассимиляцияға дусар итә. IX быувтбыуат аҙағында — б. э. т. VIII быуат башында Мидияны ассирийҙар яулап ала, әммә б. э. т 673 йылдар тирәһендә Каштарити етәкселегендә мидиялылар баш күтәрә һәм бойондороҡһоҙлоҡ яулай.
 
Ошонан һуң Мидияға судья Дайукку нигеҙ һалған урындағы династия хакимлыҡ итә. Дайуккуның улы Фраорт [[Иран|Фәләстанды]] баҫып ала, ә уның ейәне Увахшатра (грек. Киаксар) хакимлыҡ иткәндә — мидиялылар [[Бабилия|Вавилония]] менән берлектә уғата ҙур [[Ассирия|Ассирия державаһын]] баҫып ала. Шулай итеп, Мидия хакимлығына Төньяҡ [[Месопотамия]] ла эләгә; артабан Увахшатра [[Урарту]]ны буйһондора һәм [[Кесе Азия]]ның бәләкәй батшалыҡтарына һуғыш аса; оҙайлы һуғыштан һуң ул [[Лидия]] менән Галис (Ҡыҙыл-Ырмаҡ) йылғаһы буйынса ултырған [[Кесе Азия|Анатолияны]] бүлешә. Шулай итеп, Увахшатра батшалыҡ иткән осор аҙағында Мидия, хәҙерге Иран, Әрмән таулығы, Төньяҡ Месопотамия һәм Кесе Азияның көнсығышын биләгән ҡеүәтле батшалыҡҡа әүрелә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Мидиялылар» битенән алынған