Ғәрәп цифрҙары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
12 юл:
«Китаб әл-джәбр үә-л-мукәбәлә» тип аталған атаҡлы эш авторы, ғалим [[Әл-Хәрәзми|Әбү Джафар Мөхәммәт ибн Муса әл-Хәрәзми]] яҙыуҙың һинд системаһын бик популярлаштыра. Ғалимдың был китабының атамаһы аҙаҡ ''[[алгебра]]'' термины булып китә. Әл-Хорезми Мосолман Испанияһына тиклем бөтә хәлифәлектә һандарҙы унарлы иҫәпләү сисьемаһын ҡулланып яҙыуҙы популярлаштырыуға булышлыҡ иткән «Һинд иҫәбе тураһында» тигән китабын яҙа.
 
Математик Ас-Сиджизиның 969 йылда яҙған трактаты һәм астроном [[Әл-Бируни|Әл-Бируниҙың]] 1082 йылда яҙған трактатының күсермәһе һаҡланған. Уларҙа һинд цифрҙары бирелгән<ref name="oconnor">J. J. O’Connor and E. F. Robertson. The Arabic numeral system. http://www-history.mcs.st-andrews.ac.uk/HistTopics/Arabic_numerals.html</ref><ref>[http://www.yabeyrouth.com/pages/index1023.htm وجهات النظر حول أصل الأرقام ا&# …] {{webarchive|url=https://web.archive.org/web/20101124082448/http://www.yabeyrouth.com/pages/index1023.htm|date=2010-11-24}}{{ref-ar}}(ар.)</ref><ref name="oconnor">J. J. O’Connor and E. F. Robertson. The Arabic numeral system. http://www-history.mcs.st-andrews.ac.uk/HistTopics/Arabic_numerals.html</ref>. Азияның хәҙерге ғәрәп илдәрендә, шулай уҡ Мысырҙа, Иранда, Фәләстанда һәм Афғанстанда ҡулланылған цифрҙарҙың, нигеҙҙә, әл-Бируни хеҙмәттәрендәгеләрҙән айырмаһы бик аҙ. Ғәрәптәр уларҙы «ар-кам хиндия» (أَرْقَام هِنْدِيَّة) — «һинд цифрҙары» тип атай. (Ләкин Европала уларҙы һинд-ғәрәп һәм фарсы цифрҙары тип атайҙар, сөнки хәҙерге Һиндостанда йәшәгән халыҡтарҙың цифрҙары, ҙур үҙгәрештәр кисереп, урта быуаттағы һинд цифрҙарынан бик ныҡ айырыла.)
 
Әммә Төньяҡ Африканың Аббасид хәлифәлегенән иртә бүленеп сыҡҡан ғәрәп илдәрендә һәм Испанияла был цифрҙар бик ныҡ үҙгәрештәр кисергән. X быуат башында ғәмәлдә урындағы ғәрәптәр «губар» тип аталған яңы цифрҙар системаһын булдыра. Уларҙың яҙылышы үҙгәрә бара, һәм Көнбайыш Африка математигы Ибн әль-Банна әл-Марракуши (1256—1321) трактатында бөтә цифрҙар ҙа тиерлек хәҙерге Европала ҡулланылған цифрҙарға оҡшаш була (тик дүрт һәм биш цифрҙары 90 градусҡа әйләдерелгән була)<ref name="oconnor" />. Африканың хәҙерге ғәрәп илдәрендә (Мысырҙан башҡа) Европала ҡулланылған цифрҙар файҙаланыла. Ғәрәптәр уларҙы «ар-камун арабия» (أرقام عربية) — «ғәрәп цифрҙары» тип йөрөтә.