Күсимов Таһир Тайып улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу, күренеште төҙәтеү
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
32 юл:
 
== Биографияһы ==
Таһир Тайып улы Күсимов 1909 йылдың 14 февралендә [[Ырымбур губернаһы]]ның [[Верхнеурал өйәҙе]] [[Күсем (Әбйәлил районы)|Күсем]] ауылында<ref name="Х" /> тыуған. 1921 йылғы аслыҡ ваҡытында берҙән-бер улын һаҡлап ҡалырға теләп, атаһы уны Ҡаҙағстан, һуңыраҡ Урта Азия тарафтарына алып китә. Хәрби хеҙмәткә алыныр сағы еткәс, егет тыуған ауылы Күсемгә әйләнеп ҡайта. Уны күрше ауыл егете, буласаҡ летчик Шәмиғол Азаматов менән бергә Ҡазан татар-башҡорт хәрби училищеһына ебәрәләр. Күсимов фамилияһын да уға райондың хәрби комиссары бирә:"Күсем ауылынан, тимәк Күсимов булырһың",-ти.
* 1928—1932 йылдарҙа [[Ҡазан]]дағы берләштерелгән татар-башҡорт хәрби мәктәбендә белем ала. Шәмиғол Азаматов кавлерист булырға теләмәй, Пермь авиация училищеһына инә.
* 1936 йылда Новочеркасскийҙа атлы ғәскәрҙәр командирҙары курсында хәрби әҙерлек үтә. Унан ҡайтҡас, бер аҙ ваҡыт ТатЦИК исемендәге уҡсылар дивизияһында айырым кавалерия эскадроны командирының урынбаҫары була.
* 1938—[[1941]] йылдарҙа [[Кавказ]] аръяғы хәрби округының, 77-се [[Әзербайжан]] тау-уҡсылар дивизияһының махсус разведка эскадронының командиры булып хеҙмәт итә. Союздаштар килешеүе буйынса, 1941 йылда командованиеның махсус заданиеһын үтәй- совет ғәскәрҙәренең Иранға хәүефһеҙ, тыныс үтеп, урынлашыуын тәьмин итә. Т.Күсимовтың ислам йолаларын яҡшы белеүе урындағы бик һуғышсан ҡурд халҡы менән яҡшы мөнәсәбәт урынлаштырырға ярҙам итә.
* 1942 йылдан [[Башҡорт атлы дивизияһы|112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының]] 1-се (275-се) полкының командиры.
* [[1943]] йылда [[Днепр]]ҙы кисеп сығыу хәрби операцияһында күрәһәткән батырлығы өсөн полк командиры Таһир Күсимовҡа «[[Советтар Союзы Геройы]]» тигән исем бирелә.
* 1944 йылдың майында Советтар Союзы маршалы С.М.Буденный полковник Таһир Кусимовты М.В.Фрунзе исемендәге хәрби академияға ебәреүҙе юллай.
* 1947 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияһын алтын миҙалға тамамлай.
* 1951 йылда К.Е.Ворошилов исемендәге Генераль штаб академияһын алтын миҙал менән тамамлай.
* 1945—1963 йылдарҙа кавалерия дивизияһының штаб начальнигы, тау-уҡсылар дивизияһының, мото-уҡсылар дивизияһының командиры, [[Төрөкмәнстан]] хәрби округында армия корпусы командирының урынбаҫары.
* 1963—1969 йылдарҙа [[Башҡорт АССР-ы]]ның хәрби комиссары. РСФСР (1947—1951, 1951—[[1955]]), [[Төрөкмәнстан|Төркмән ССР-ы]] ([[1959]]—1963), [[Башҡорт АССР-ы|БАССР]] (1969—[[1971]]) Юғары Советтары депутаты итеп һайлана.