Салауат районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Билдәле шәхестәр: өҫтәмә мәғлүмәт
100 юл:
* [[Ғәлин Венер Йәғәфәр улы]] (2.04.1937), ғалим-механик-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре кандидаты (1972), өлкән ғилми хеҙмәткәр (1981). [[Рәсәй Федерацияһы]]ның Дәүләт премияһы лауреаты (2000), II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (1999). [[Мәсетле]] ауылынан.
* [[Ғәлина Рафиға Арыҫлан ҡыҙы]] (15.03.1951), театр актёры, [[Башҡортостан Республикаһы]]ның халыҡ артисы (1994). [[Яҙғыйорт]] ауылынан.
* [[Зарипов Ғәбиҙулла Ғиндулла улы|Ғәбиҙулла Зарипов]] (1961—2001) — танылған [[башҡорт]] шағиры һәм журналисы, [[Башҡортостан]] Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999).
* [[Искәндәрова Хәнифә Сираж ҡыҙы]] — Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы.
* [[Йәндүрин Дияс Хатип улы]] ([[20 ғинуар]], [[1940]], [[Лағыр]] ауылы) — тарихсы, тарих фәндәре докторы.
* [[Ҡолмөхәмәтов Энгельс Вәрис улы]] — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, «Халыҡтар Дуҫлығы» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
* [[Львов Михаил Давыдович]] (Ғәбитов Рәфҡәт Дәүләтша улы) (4.01.1917 — 25.01.1988) — [[урыҫтар|рус]] [[СССР|совет]] шағиры, 1944 йылдан [[СССР Яҙыусылар союзы]] ағзаһы. [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашыусы. 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]], [[Халыҡтар Дуҫлығы ордены|Халыҡтар Дуҫлығы]] һәм [[«Почёт Билдәһе» ордены|«Почёт Билдәһе»]] ордендары кавалеры.
* [[Әлибаев Сафуан Әфтәх улы|Сафуан Әлибай]] (1941—2014) — билдәле [[башҡорт]] шағиры һәм журналисы, [[Ғәлимов Сәләм исемендәге премия|Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһы]](1986) һәм [[Башҡортостан Республикаһы]]ның балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге [[Һәҙиә Дәүләтшина]] исемендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты, [[ЮНЕСКО]]-ның [[Андерсен Ханс Кристиан|Г. Х. Андерсен]] исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы дипломы эйәһе (1996), [[Башҡортостан]]дың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), [[Салауат Юлаев ордены]] кавалеры.
* [[Әбүбәкеров Риза Вәхит улы]] — совет дәүләт эшмәкәре. [[Башҡорт АССР-ы]]ның Мәғариф халыҡ комиссары ([[1930]]—[[1935]]).
* [[Пепеляев Пётр Кузьмич]] — Дан орденының тулы кавалеры.