Статистика: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, removed: {{| using AWB
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:The Normal Distribution.svg|thumb|200px|right|Нормаль таралыш дуғаһы рәсеме]]
 
'''Статистика''' - — [[йәмғиәт]] тормошонда булған күренештәрҙең [[һан]] күрһәткестәрен билдәләүсе [[фән]] һәм ғәмәли эшмәкәрлек тармағы. Бер үк ваҡытта шул һан күрһәткестәрҙе статистика тип атайҙар.
 
Статистика ([[Латын теле|латынса]] Status) һүҙенең мәғәнәһе ниндәйҙер нәмәнең торошон аңлата.
 
Йәмғиәт тураһында мәғлүмәтте теркәү кәрәклеген тәү-тормош кешеләренең дә аңы еткән. Быны мәмерйә һүрәттәре дәлилләй. Ул ваҡыттағы тормош күренештәрен (ҡырағай йәнлектәргә һунар) генә һүрәтләү түгел, ә уның һан күрһәткестәре булған таяҡсалар һыҙып ҡалдырғандар. Фәнни әйләнешкә статистика һүҙе [[XVIII]] быуатта [[Готфрид Ахенфель]] ([[1719]]-[[1772]]) тарафынан индерелгән тип иҫәпләнә.
 
[[Рәсәй]] дәүләте кимәлендә рәсми рәүештә ғәмәли эшмәкәрлек булараҡ статистика [[1802]] йылдың [[20]] (яңыса)
сентябрендә барлыҡҡа килгән тип фаразларға була. Был көндө император Александр I «...министерлыҡтар…министерлыҡтар тарафынан мәғлүмәттәр бирергә...бирергә…» тигән фарманға ҡул ҡуя. Һәр йылдың 20 сентябре, рәсми рәүештә иҫтәлекле көндәр исемлегенә индерелмәүгә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең статистика тармағында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр тарафынан байрам итеп билдәләнә.
 
Тарихи [[Башҡортостан]]да статистиканың губерна комитеты [[1835]] йылдың [[9]] ([[21]]) мартында асыла. [[1917]] йылға тиклем губерна статистика комитетының рәсми етәксеһе губернатор булған.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Статистика» битенән алынған