Фракия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
яңы мәғлүмәт
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
1 юл:
{{Ук}}
[[Файл:Thrace and present-day state borderlines rev-ru.png|thumb|320px|Фракияны 1923 йылдан һуң Болгария, Греция һәм Төркиә араһында бүлеү.]]
[[Файл:Post Roman Balkans.jpg|thumb|right|320px|Тарихи Фракия һәм уға күрше биләмәләр — [[Боронғо Македония]], Иллирия, Мёзия һәм [[Дакия]] — Alexander G. атласынан алынған карта. Findlay ''Classical Atlas to Illustrate Ancient Geography,'' New York, 1849]]
[[Файл:Ethnographic-map-Thrace-1912.jpg|thumb|320px|Көнсығыш һәм Көнбайыш Фракияның XX быуат башындағы (1912 йыл) этнографик картаһы.]]
'''Фра́кия''' ({{lang-el|Θράκη}}, {{lang-bg|Тракия}}, {{lang-tr|Trakya}}, {{lang-la|Thracia}}) — [[Балҡан ярымутрауы]]ның [[көнсығыш]]ындағы [[тарих]]и һәм географик өлкә. 1923 йылда төҙөлгән [[Лозанна тыныслыҡ килешеүе]]нә ярашлы хәҙерге ваҡытта ул өс дәүләт араһында бүленгән: [[Болгария]] составына Төньяҡ Фракия (шулай уҡ Үрге Фракия уйһыулығы булараҡ та билдәле) инһә, тарихи йәһәттән Көнбайыш Фракия тип йөрөтөлгән ерҙәр [[Греция]]ның хәҙерге Фракия правинцияһы, ә өсөнсө ил  — [[Төркиә]]гә төбәктәге иң ҙур мегалополис булған [[Истанбул]] ҡалаһы менән Көнсығыш Фракия бирелә.
 
Фракияның географик уртаһында мөһим транспорт үҙәге  — [[Төркиә|төрөк]] ҡалаһы [[Әдирнә]] (тарихи исеме ''Адрианополь'') урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта төбәктә 13  миллионға яҡын кеше, шул иҫәптән 10 миллион тирәһе [[төрөктәр|төрөк]], 1 миллионға яҡын [[Болгария|болгар]] һәм 0,2  миллион [[Греция|грек]] йәшәй.
 
[[Ҡояш системаһы]]ндағы иң ҙур [[планета]] булған [[Юпитер]]ҙың юлдашы Европалағы макулаға Фракия хөрмәтенә уның исеме бирелгән.
 
Ҡайһы бер фараздар буйынса, Рим ҡолдары восстаниеһы етәксеһе [[Спартак]] Фракия батшаларының береһенең улы була.
15 юл:
 
== Тарихы ==
Беҙҙең эраға тиклем I быуатта уҡ боронғо Фракия биләмәләре [[Боронғо Рим]] контроленә күсә. Һуңыраҡ, беҙҙең эраның 330 йылында, [[Рим империяһы]]ның баш ҡалаһы [[Босфор|Босфор боғаҙы]] буйындағы Византий ҡалаһына күсерелә, һәм уға император Константин хөрмәтенә «Константинополь» исеме бирелә. Шулай итеп, Фракия яңы барлыҡҡа килгән [[Византия империяһы]]ның ([[Көнсығыш Рим империяһы]]ның) мөһим стратегик төбәгенә әүерелә.
 
[[XIX быуат]] аҙағында-[[XX быуат]] башында, көсһөҙләнгән һәм һүнә барған [[Ғосман империяһы]]ның революцион көстәре Константинополде [[Греция]] һәм [[Болгария]] ғәскәрҙәре һөжүмдәренән яҡлап-һаҡлап ҡалырға тырышҡанда, Фракия ҡаты һәм көсөргәнешле бәрелештәр майҙанына әйләнә. Бының асыҡ миҫалы  — Фракия өсөн ҡан ҡойошло һуғыш. Уның менән бергә [[Македония]] өсөн көрәш тә ҡыҙыу бара. Нисек кенә булмаһын, [[1913 йыл]]ға тиклем төбәктә йәшәүселәрҙең сағыштырмаса күпселеген тәшкил иткән урындағы болгар халҡы ауыр һынауҙар кисерә. Болгар халыҡ ижады һәм тарихы буйынса танылған белгес ''Любомир Милетич'' (1863—1937) был йылдарҙа булған ваҡиғаларҙы үҙенең «1913 йылда Фракия болгарҙарын тар-мар итеү»<ref>{{lang-ru|«Разгром фракийских болгар 1913 года»}}</ref> тип исемләнгән китабында һүрәтләй. XX быуат башында Фракия биләмәләренең күп өлөшө Болгарияға бирелә. [[Беренсе донъя һуғышы]]нан һуң һәм 1923 йылғы Лозанна тыныслыҡ килешеүенә ярашлы Төркиәгә ҡалған ерҙәр ҡушыла, ә Греция Ксанти, Комотини һәм Эврос райондарын ала. ''Эврос йылғаһы'' көнсығышта тәбиғи сик булып хеҙмәт итә.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Фракия» битенән алынған