Хәҙрәт Солтан (мәсет): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
10 юл:
 
== Характеристикаһы ==
Бина классик ислам стилендә традицион ҡаҙаҡ орнаменттарын ҡулланып төҙөлә.  Есил йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан мәсет Тыныслыҡ һарайы һәм «Қазақ Елі» монументы менән йәнәш.  Ул биш мең кешене, ә байрам көндәрендә — 10 меңгә тиклем кешене һыйҙыра ала. Хәҙрәт-Солтан мәсетенең дөйөм майҙаны 11 гектарҙан ашыу тәшкил итә, ә ҡоролош майҙаны 17 700 квадрат метр тәшкил итә<ref>{{Cite web|url=https://mustvisit.world/place/kazahstan-astana-mechet-hazret-sultan|title=Мечеть Хазрет Султан|publisher=Mustvisit|accessdate=2016-10-19}}</ref>. «Хәҙрәт Солтан» [[Ҡаҙағстан]]<nowiki/>да иң ҙур көмбәҙгә эйә, уның бейеклеге 51 м, диаметры көмбәҙ нигеҙендә 28,1 м. Мәсеттә шулай уҡ һигеҙ бәләкәй — 7,6 һәм 10,45 метр диаметрлы, түбәһендә — 33,46 һәм 25, 25 метр булған көмбәҙҙәр бар. Мәсет мөйөштәрендә 77 метр бейеклектәге 4 манара урынлашҡан. Архитектура идеяһы буйынса,  ғибәҙәтхана  80 метрлыҡ шпиль менән осланып тамамланырға һәм ярымурағы Мәккә яғына боролоп торорға тейеш була. Был объекттың функционаллегенә килгәндә, бинала тәһәрәт алыу, никахлашыу йолаларын үткәреү өсөн бүлмәләр, Ҡөрьән уҡыу, уҡыу-ағартыу төркөмдәре дәрестәрен үткәреү өсөн залдар иҫәпкә алынған. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөтә был ғәйәт ҙур ҡоролма заман талаптарына яуап бирә.
 
== Ваҡиғалары ==