Ифтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ислам}}
'''Ифта́р''' ({{lang-ar|إفطار}}) — [[Рамаҙан]] айында, ураҙанан сығып, киске аш ашау. Ауыҙ асыу урындағы ваҡыт менән [[аҡшам намаҙы]] (мәғриб) башланыуға тура килә.Башҡорт халҡында йышыраҡ "«ауыҙ асыу"» ғибәрәһе ҡулланыла. Ул "«ифтар"» һүҙенең синонимы булып тора.
 
== Ифтар (ауыҙ асыу) тәртибе ==
[[Файл:Iftar-tur.jpg|thumb|240px|[[Истанбул]] мәсетендә ифтар ]]
Ифтар ҡояш байыу менән башлана. Уны һуңғараҡҡа ҡалдырырға ярамай. Хаҡ хәҙистә әйтелеүенсә, Мөхәммәт Пәйғәмбәр аҡшам намаҙын уҡыр алдынан яңы бешкән йәки киптерелгән хөрмә емеше (финик) менән ауыҙ асҡан, ул булмаһа - — ябай һыу эскән.
Хәҙис шәриф:
<blockquote>Ауыҙ асырға йыйынһағыҙ, хөрмәнән башлағыҙ, әгәр хөрмә тапмаһағыҙ, һыу эсегеҙ, ул ысынлап та таҙарта <ref>Хадис от Анаса; св. х. Абу Дауда, ат-Тирмизи. хадис №  7120</ref> <ref>аль-Кардави Ю. Аль-мунтака мин китаб «ат-таргыб ват-тархиб» лиль-мунзири. Т. 1. С. 314, хадис №  565, 566</ref> <ref>аз-Зухайли В. Аль-фикх аль-ислами ва адиллятух. В 8 т. Т. 2. С. 632.</ref>. </blockquote>
 
Шуға күрә ифтарҙы хөрмә йә һыуҙан башлау сөннәт һанала.
 
== Башҡорт халҡындағы үҙенсәлектәр ==
 
Башҡорт халҡында тоҙ йәки хөрмәнән (финик) башҡа берәй емеш менән ауыҙ асыу ҙа ғәҙәти хәл булып тора <ref>"Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. - — Мәскәү, 1993. - — 93-сҡ бит</ref>.
 
Шулай уҡ башҡорт халҡында ауыҙ асыу ваҡытында ҡышҡы юлда булып, ҡул аҫтында башҡа ризыҡ булмағанда ҡар ҡабып булһа ла ауыҙ асырға ҡушылған, сөнки ураҙанан сығыуҙы һуңлатыу ярамай.
 
Ауыҙ асырға ашҡа саҡырыу йолаһы туғандар һәм дуҫтар менән араларҙы яҡынайта, тәрбиәүи мәғәнәгә лә эйә.
 
== Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға ==
26 юл:
== Туҡланыу тәртибе ==
 
Көнө буйы ризыҡ ҡапмай, һыу эсмәй йөрөгән кеше бигерәк тә йәй көнө ифтарҙы ныҡ көтөп ала. Ғәҙәттә, табын мул әҙерләнә. Тик [[мосолмандар|мосолман]] һаулығына зыян килтермәҫлек итеп туйынырға тейеш.
 
Башта емеш ҡабып, һыу ғына эсеп ҡуйырға ла [[аҡшам намаҙы]]н уҡып алырға тәҡдим ителә. Был ашҡаҙанға стресс эшләмәү өсөн кәрәк. [[Намаҙ]]ҙан һуң ғына башҡа ризыҡ ҡабул итә башлау яҡшы. Ойоған һөт, ҡатыҡ кеүектән башламаҫҡа кәңәш ителә, был ашҡаҙанға ауыр буласаҡ.
 
Ҡурылған, ныҡ майлы, үткер тәмле, ныҡ боросло ризыҡ ашамаҫҡа тәҡдим ителә. Ыҫланған ашамлыҡтар, консервалар ҙа файҙалы түгел, етмәһә, улар һыуһатыусан да була. Ифтарға диеталы ашамлыҡтар: һимеҙ булмаған тауыҡ һурпаһынан аш, быҡтырылған йәшелсә, рагу иң ҡулайы.
 
Ҡамыр аштарын, газлы һыуҙарҙы бик сикле ҡулланырға кәңәш ителә. Һыуҙы ла ашағандан һуң күпмелер ваҡыт үткәс эсеү яҡшыраҡ, сөнки ашҡаҙан һутын шыйығайтып, ризыҡ эшкәртелеүгә ҡамасаулаясаҡ. Иң яҡшыһы - — [[тәрәүих]] намаҙ ваҡытында бүлеп-бүлеп эсеү. Һыу яйлап үҙләштереләсәк һәм көндөҙ һыуһамаҫҡа ярҙам итәсәк. <ref>Ифтар как праздник для постящегося [https://islam.global/verouchenie/post/iftar-kak-prazdnik-dlya-postyashchegosya/]</ref>.
 
Иң мөһиме - — артығын ашамаҫҡа кәрәк.
 
== Ифтарҙан һуң уҡыла торған доға ==
Ифтарҙан һуң ошондай [[доға]]лар уҡыла:
 
* ''Транскрипция:'' <blockquote>Аллааһүммә ләкә сүмтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтәртү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә бикә әәмәнт. Йә үәәсиғәл-фадли -ғфир лий. Әл-хәмдү лил-ләәһил-ләҙии әғәәнәни фә сүмтү үә рәзәҡани фә әфтәрт</blockquote>.
 
* ''Мәғәнәһе:'' «"Йә Аллаһым, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом, Һин биргәнен файҙаланып, ауыҙ астым. Һиңә генә һығынам һәм Һиңә генә инанам. Сикһеҙ шәфәғәтең менән мине ғәфү ит. Аллаһыма шөкөр миңә ураҙа тоторға ярҙам иткән һәм ауыҙ асҡанда туйындырған өсөн <ref>Аз-Зухайли В. Аль-фикх аль-ислами ва адиллятух. В 8 т. Т. 2. С. 632.</ref>.
----
<ref name="Умма">{{cite web|url=http://www.umma.ru/religion-praktik/post/339-5-suxur-i-iftar-utrenij-i-vechernij-priem-pishhi|title=Сухур и ифтар (утренний и вечерний прием пищи)|publisher=Umma.ru|accessdate=2013-07-10|archiveurl=https://www.webcitation.org/6I9I1y0MB?url=http://umma.ru/religion-praktik/post/339-5-suxur-i-iftar-utrenij-i-vechernij-priem-pishhi|archivedate=2013-07-16}}</ref>
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
{{примечания}}
{{Навигация}}
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ифтар» битенән алынған