Замфир Арборе-Ралли: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
14 юл:
[[1879 йыл]]<nowiki/>да  [[Румыния]]<nowiki/>ла йәшәй, [[1886 йыл]]да румын гражданлығын ала. Төрлө ваҡытта гәзит мөхәррире,  статистика бюроһы директоры булып эшләй, румын хәрби академияһында рус теле профессоры була. Ул Румынияла социалистик хәрәкәт ойоштороусыларҙың береһе. Охранканың бер мәғлүмәтендә  Арборе-Ралли тураһында шулай тип яҙыла: ул «Рус хөкүмәтенә асыҡтан-асыҡ нәфрәте һәм туҡтауһыҙ революцион эшмәкәрлеге менән ул үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә». Ҡайһы бер румын әҙәбиәте эшмәкәрҙәренең дуҫы була — 1880-се йылдарҙа шағир [[Михай Эминеску]], ә 1890-сы йылдарҙа Богдан Петричейку Хашдеу менән дуҫлаша. 
 
Арборе-Ралли Румынияла килеп юлыҡҡан «Потемкин» хәрби карабының баш күтәргән матростарына һәр төрлө ярҙам күрһәтә, ғәмәлдә И. А. Лычев менән бәйләнештә тора. Өҫ кейеменеңСюртугының элмәгенә ҡыҙыл ҡәнәфер тағып, Констанцала ҡулға бирелгән броненосецҡа тәүгеләрҙән булып менеп, баш күтәреүсе матростарҙы сәләмләй. Арборе-Ралли потемкинсыларға аҡса, кейем менән ярҙам итә, эш таба, башҡа илдәргә күсереүҙә ҡатнаша,  уларға сәйәси йоғонто яһарға тырыша,  потемкинсылар менән хат алыша. Был хаттарҙы 1920-се йылдарҙа  Арборе-Раллиның  туғандары СССР дәүләт архивына тапшыра, улар Рәсәй дәүләт әҙәбиәт һәм сәнғәт архивында һаҡлана <ref>[http://www.rgali.ru/object/10879420?lc=ru Арборе-Ралли Земфирий Константинович]</ref>.
 
== Әҫәрҙәре ==