Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре З.Р. Аҙнабаева.jpg|thumb|Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре З. Р. Аҙнабаева]]
'''Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы''' — ([[17 апрель]] [[1954 йыл]] — [[БАССР]]-ҙың [[Белорет районы]] [[Арышпар]] ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.ауылы) — [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, [[Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы]]ның Нефтекама бүлексәһен ойоштороусы (1995), әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, ике тапҡыр Бөтә башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» тигән миҙалы менән бүләкләнгән. I—IV [[Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы]] (Конгресы) делегаты.
 
== Биографияһы ==
[[БАССР]]-ҙың [[Белорет районы]] [[Арышпар]] ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. 1961 йылда [[Белорет районы]] [[Йөйәк]] мәктәбенә һабаҡҡа төшә. Унда 8 класты тамамлағас, [[Белорет]] педагогия училищеһына уҡырға инә. Педучилищела уҡыған йылдарында Белорет ҡала мәҙәниәт һарайының башҡорт халыҡ театры ҡуйған спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡара. Ошо мауығыу уны сәнғәт юлына килтерә. Ҡыҙҙың уңыштарын күреп, училищены тамамлаусылар мотлаҡ 3 йыл эшләргә тейеш булһа ла, педагогия училищеһынан уға сәнғәт институтына йүнәлтмә бирәләр.
 
1974 йылда [[Өфө дәүләт сәнғәт институты]]ның театр факультетына уҡырға инә. Уны тамамларға йыл ярым ҡалғанда Өфө ҡалаһының Актерҙар йортонда методист-консультант итеп эшкә саҡыралар.