Стефана Велизар Теодоряну: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
7 юл:
 
=== Иртә тормошо һәм  беренсе әҙәби сығышы ===
Стефана [[Швейцария|ШвейцарияныңШвейцария]]ның курорт ҡалаһы Санкт-Морицта тыуа; атаһы дипломат Lupaşcu Ştefan (1872-1946) һәм әсәһе француз подданныйы Мария Мазурье. Стефананың атаһы, масон ложаһының юғары вазифалы ағзаһы булараҡ, сығышы менән [[Молдова|Молдавия]] дворяндарынан була. Атаһының  дипломатик һәм эш сәфәрҙәрендә йыш булыуы менән бәйле, Стефананы нигеҙҙә румын туғандары тәрбиәләй.
 
Стефана Францияла башланғыс мәктәптә уҡый. Һуңынан Бухареста ҡыҙҙар өсөн үҙәк мәктәпте тамамлай. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ике туған ағайҙары менән Яссала йәшәй, нәҡ улар аша  беренсе тапҡыр 1916 йылда юрист һәм сәйәсмән Освальд Теодорянуның улы студент һәм йәш яҙыусы Ионель Теодорянуны осрата.  Стефананың һүҙҙәре буйынса, ул уны  шунда уҡ «ҡара күҙҙәре» һәм тәүге әҙәби тәжрибәләре менән йәлеп итә. 1919 майына  Ионелдең Стефанаға арналған мөхәбәт шиғырҙары «Әҙәби журналда» баҫылып сыға. 
 
1920 йылда Стефана Ионелға кейәүгә сыға: церемонияла Viaţa Românească әҙәби түңәрәге ағзалары ҡатнаша, шул иҫәптән Ибрэиляну Гарабет та була. Шулай итеп, ул билдәле юморсит  Пэсторелдең килене булып китә. Тиҙҙән никахтан ике балаһы тыуа: игеҙәктәр Штефан  «Цефон» (йәки «Афан») һәм Освальд «Гого». Йәш ғаилә Яссала Когэлничану урамында йәшәй, һәм  оҙайлы ваҡыт Александр Филиппед һәм Петр Пони  менән күрше йәшәйҙәр. Ғаиләнең яҡын дуҫы булып романсы Михаил Садовяну була, 1934 йылда уның менән улар [[Төркиә|ТөркиәгәТөркиә]]гә бара. 
 
Стефана йыш ҡына Viaţa Românească  салонының ҡунағы була; 1929 йылда үҙ эше менән Bilete de Papaga  журналында  баҫылып сыға. Стефана шулай уҡ Revista Fundaţiilor Regale һәм Familia журналдары менән хеҙмәттәшлек итә. Псевдонимы «Велизар» иренең төп әҫәре — «Меделие» романында ҡулланыла (1925).