Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
3 юл:
== Биографияһы ==
[[File:Азнабаева Зиля Рамазановна.jpg|thumb|Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре З.Р. Аҙнабаева]]
1961 йылда [[Белорет районы]] [[Йөйәк]] мәктәбенә һабаҡҡа төшә. Унда 8 класты тамамлағас, [[Белорет]] педагогия училищеһына уҡырға инә. Педучилищела уҡыған йылдарында Белорет ҡала мәҙәниәт һарайының башҡорт халыҡ театры ҡуйған спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡара.Ошо мауығыу уны сәнғәт юлына килтерә. Ҡыҙҙың уңыштарын күреп, училищенвучилищены тамамлаусылар мотлаҡ 3 йыл эшләргә тейеш булһа ла, педагогия училищеһынан уға сәнғәт институтына йүнәлтмә бирәләр.
 
1974 йылда [[Өфө дәүләт сәнғәт институты]]ның театр факультетына уҡырға инә. Уны тамамларға йыл ярым ҡалғанда Өфө ҡалаһының Актерҙар йортонда методист-консультант итеп эшкә саҡыралар.